Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әле һаман яратам

“Аҙаҡ бер ир менән таныштым-танышыуын, бергә йәшәп тә ҡараным. Әммә тормошом барыбер барып сыҡманы. Яратмайым уны. Ә мин, үҙең беләһең, һис ялағайлана, тормошҡа яраҡлаша белмәйем".

Әле һаман яратам
Әле һаман яратам

Арабыҙҙа шундай гүзәл зат вәкилдәре бар: кем әйтмешләй, кәрәк икән – утҡа инә, кәрәк икән -  сабып барған атты тотоп туҡтатыр. Минең дә шундай таныш ҡатын бар. Ҡасандыр беҙ уның менән бергә юғары уҡыу йортонда белем алғайныҡ...

Ул башҡа студент ҡыҙҙарҙан үҙенең саялығы, ир-егеттәр кеүек ҡыйыулығы, ойоштора белеү һәләте, ҡурҡыу белмәүе, вәғәҙәһендә тороуы, аныҡ һәм һәр йәһәттән теүәл булыуы менән айырылып торҙо. Ундайҙар хаҡында бәғзеләр “уның янында таш стена артында кеүекһең” тип әйтеүсән. Хәйер, хоҡуҡ һаҡлау органдарында ошондай ҡыйыу йөрәклеләр хеҙмәт итергә тейештер ҙә бит?! Ярай, бөгөн һүҙебеҙ был хаҡта түгел, ә күптән түгел булған хәл тураһында.

...Байрамдан һуң тормош мәшәҡәттәре буйынса баш ҡалала йөрөгәндә Эльвираны осраттым. Тамсы ла үҙгәрмәгән: әйтерһәң дә, йылдар уны урап үтә, тик бына кәйефе ниңәлер төшөнкө ине. Беребеҙ ҙә уны ошондай килеш осратырға күнекмәгәнбеҙ. Ул – беҙҙең өсөн тормошто яратыусанлыҡтың, оптимизмдың һәм йәшәү дәртенең бер аныҡ миҫалы.

Күрәһең,  байрам был хәлгә сәбәпселер һәм эҙен ҡалдырғандыр. Һәр кем, нигеҙҙә, тап ошо мәлдә тормош юлдарын барлаусан. Бына Эльвира ла үҙенең ғүмер сылбырын ипкә килтергәндер.

“Һин беләһең дә инде беҙҙең осорҙа уҡыған Байрасты? Беҙ уның менән дуҫ инек” – тине ул. “Эйе, хәтерләйем”, – тип яуапланым. “Мин бит әле һаман уны яратам. Үҙемдең ғорурлығым, үҙаллылығым, тиҫкәрелегем менән ғүмерлеккә юғалттым үҙен. Ул да бик ғорур ине. Байрас менән бергә ул йәшәгән районға китһәм була ине бит. Хәҙер терһәкте тешләп булмай”, – тине Эльвира.

Ә күҙҙәрендә – йәш бөрсөктәре. Бер ҡасан да был ҡатынды ошондай яҡлауһыҙ, нескә күңелле итеп күргәнем юҡ. Ошо мәлдә “Иң яҡшы әңгәмәләшсе – ул башҡаларҙы тыңлай белгән кеше” тигән һүҙҙәр иҫкә төштө. Өҫтәүенә, был осраҡта нимә тип әйтергә лә нисек йыуатырға һуң? Яҙмыш ептәрен беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙебеҙ теләгәнсә урай алмайбыҙ шул. Шуға шым ғына тыңланым.

“Аҙаҡ бер ир менән таныштым-танышыуын, бергә йәшәп тә ҡараным. Әммә тормошом барыбер барып сыҡманы. Яратмайым уны. Ә мин, үҙең беләһең, һис ялағайлана, тормошҡа яраҡлаша белмәйем. Ярай, хеҙмәт урынында барыһы ла яҡшы, тик ғүмер буйы эш тип кенә йәшәп булмай шул, икенсе яртың менән бергә ғүмер итке килә. Ә Байрасты һис онота алмайым. Әле һаман яратам. Ул иһә ғаилә ҡорған, улы менән ҡыҙы бар. Ә мин япа-яңғыҙ...”

Ошо осрашыуҙан һуң күңелгә бер уй килде. Юҡҡа ғына "ҡатын-ҡыҙ – ғаилә усағын, өй ҡотон һаҡлаусы, ғүмер бүләк итеүсе" тип әйтмәйҙәр бит. Үткәндәр менән йәшәргә яраймы икән? Тап әлеге мәлдә бар йәшәйешебеҙгә риза, ҡәнәғәт булып ғүмер итеүгә бер ни етмәй түгелме?..

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова

 

Автор:
Читайте нас: