Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Фәхрийәновтар 11 бала тәрбиәләй

Бына ошо түгелме ни батырлыҡ? 

Фәхрийәновтар   11 бала тәрбиәләй
Фәхрийәновтар 11 бала тәрбиәләй

Балалы ғаиләләр республикала халыҡтың артыуын тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Улар тотороҡло һәм сәләмәт йәмғиәттең нигеҙе булып тора. Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу, балалар һәм ата-әсәләр өсөн уңайлы шарттар булдырыла.

 

2024 йыл илдә Рәсәй Президенты Владимир Путин указы буйынса ғаилә йылы тип иғлан ителде. Был йүнәлеш Башҡортостанда ла өҫтөнлөклө булып ҡала.

“Беҙҙең юл - ныҡлы ғаиләләр, изгелек, намыҫлы хеҙмәт, ғаилә һәм тоғролоҡ ҡанундарына таянып балалар тәрбиәләү. Тыуым һәм, тимәк, күп балалы ғаилә – илебеҙҙең, милләтебеҙҙең йәшәү нигеҙе”, - тине республика башлығы Радий Хәбиров.

Балалы ғаиләләр Башҡортостан Республикаһында халыҡтың артыуын тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Улар тотороҡло һәм сәләмәт йәмғиәттең нигеҙе булып тора. Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу, балалар һәм ата-әсәләр өсөн уңайлы шарттар булдырыла.

Һәр ғаилә бала тыуғандан алып бәлиғ булғанға тиклем һәр этапта ярҙамға иҫәп тота ала. Дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары балалы ғаиләләрҙең йәшәү кимәлен тәьмин итеү өсөн төрлө формалар тәҡдим итә. Һүҙ төрлө льготалар һәм пособиелар рәүешендә матди ярҙам, шулай уҡ хеҙмәттәр күрһәтеү аша ярҙам тураһында бара.

Республика күп балалы ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрә. Мәҫәлән, төбәк кимәлендә 6 йәшкә тиклемге күп балалы ғаиләләрҙәге балаларға бушлай дарыуҙар алыу ҡаралған, ә балалар баҡсаларына уларҙы беренсе сиратта ҡабул итәләр. Уҡыусылар өсөн йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү, туҡланыу һәм форма ҡаралған. Бынан тыш, бындай ғаиләләргә торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ташламалар бирелә һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртырға, шул иҫәптән ер участкаларын алырға ярҙам итә.

Һуңғы тиҫтә йылда республикала күп балалы ғаиләләр һаны 59 меңгә етте.

“Балалы 230 меңдән ашыу ғаилә төрлө льготалар менән файҙалана, ә бала тыуыу һәм тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособие түләүгә быйыл 25 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлттек, ” - тине Радий Хәбиров.

Республика төрлө ярҙам саралары хаҡында ғына хәстәрлек күрмәй, ә ошо саралар тиҙ һәм ҡағыҙ-справкалар артынан йүгереүһеҙ тормошҡа ашырыла. Был түләүҙәрҙе оператив рәүештә алыу өсөн бик грамоталы аҙым.

Эйе, һәр күп балалы ата-әсә-герой. Улар балалары етеш йәшәһен һәм бәхетле булһын өсөн бар көсөн һала. Ә ярҙам саралары арҡаһында уларҙың йәшәү кимәле тағы ла уңайлыраҡ була ала.

Мәҫәлән, Бөрйән районы Брәтәк ауылында йәшәүсе Ишкилде һәм Эльвира Фәхрийәновтарҙың ишле ғаиләһендә 11 бала тәрбиәләнә. Ғаилә ағзалары бер-береһен хөрмәт итә, ярата.

Республикала ярҙам саралары менән файҙаланып 9 баланан һуң 600 мең һум  аҡса сығып, техника алғандар. Әсәлек капиталына 8x8 өйҙәренә төкәтмә төкәтеп, ҙурайтҡандар.

-Балаларҙы тәртипле, иманлы, белемле итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Үҙем уҡымағас, балаларым уҡыһын тип тырышам. Өлкән ҡыҙым Айзиләм ауылда фельдшер булып эшләй, Диләм – Стәрлетамаҡта балалар баҡсаһында тәрбиәсе, Әлиәм банк эше буйынса белгес буласаҡ. Ишморат улым 9-сы класҡа бара, Илмир менән Азалия ҡыҙым Ишембайҙағы З. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында 6-7 кластарҙа белем аласаҡ. Игеҙәктәрем Илзидә менән Гөлзидә 4-се, Инсаф 2-се, Нурислам 1-се класҡа уҡырға барасаҡтар. Динсиламға 5 йәш. Балалар баҡсаһына бергәләшеп йөрөйбөҙ. Унда тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләйем.

Эйе, бала тәрбиәләү еңел эш түгел. Әммә мин ауырлығын тоймайым. Киреһенсә, балалар бер-береһенә ярҙамлашып, бер-береһен ҡарашып, бергәләшеп уйнап үҫәләр. Күрше-күләндәрҙең балалары беҙгә килеп уйнайҙар, сөнки уларға беҙҙә күңелле.

Балалар пособиеһы, әлбиттә, ғаиләбеҙ өсөн ҙур ярҙам. Дәүләт ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ – бәләкәй балама өс йәш тулғансы бушлай һөт кухняһы менән ҡулландыҡ, мәктәптә туҡланыу өсөн түләмәйбеҙ. Ике йылға бер тапҡыр мәктәп формаһы өсөн компенсация бирелә. Музей, театрҙар, балалар лагерҙары, шифаханалар бушлай, әммә улар менән ҡулланғаныбыҙ юҡ. Ер участкаһы ла бирелде. Йәштәр ишле ғаилә булдырыуҙан ҡурҡмаһындар. Ауылда бер-ике балалы ҡатындарға ла әйткәнем булды. Хәҙер үкенә биреп тә ҡуялар инде. Балаларҙы хөкүмәт, аҡса өсөн тапманым, шуға ла бар хәлебеҙсә үҙебеҙ тырышабыҙ. Өйләнешкәндән һуң, биш йыл буйы балабыҙ булманы. Һәр ҡатын-ҡыҙ әсә булырға хыяллана. Аллаһтан һораным – балаға уҙһам, һәр береһенә ғүмер бүләк итәсәкмен, тип теләнем. Һәр баламды көтөп алдым, ҙур ҡыуаныс һәм ризалыҡ менән таптым, - ти бәхетле әсә.

Фәхрийәновтар - өлгөлө, матур ғаилә. Күпләп мал тоталар, ҡорттары бар. Балалар ата-әсәһенең тырышлығын, бөтмөрлөгөн күреп, булғанды ҡәҙерләргә, бер-береһенә, ата-әсәһенә ярҙам итергә, хәстәрлек күрергә өйрәнә, туған йәнле, татыу, эшһөйәр булып үҫә.

Әлфинә Юлсурина.

"Таң" гәзитенән

Фәхрийәновтар   11 бала тәрбиәләй
Фәхрийәновтар   11 бала тәрбиәләй
Фәхрийәновтар 11 бала тәрбиәләй
Автор:
Читайте нас: