-Әле һаман тәҙрәм йыуылмаған, йәйгелеккә ҡормалары алмаштырылмаған, баҡсам ултыртылмаған әле.., - ти танышым уфтанып.
-Ҡулыма эш бармай. Кәйефем юҡ. Кәйефем булмаһа, шулай тик йөрөйөм ул мин, - ти, йәлләтер өсөн йөҙөн әллә ниндәй ҡиәфәткә килтереп сирылдырып.
Насар кәйеф ялҡаулыҡтың бер төрө икәнлеген аңлатып булмай бит инде үҙен бөтәһенән дә аҡыллыраҡ итеп тойған кешегә.
Бәғзе берәүҙәр йыш ҡына ҡайҙалыр барырға, нимәлер эшләргә теләмәһә, кәйеф юҡлыҡҡа һылтана. Ә уны кем булдыра һуң? Күтәренкелек, яҡшы кәйеф үҙеңә бәйле түгелме ни? Ни өсөн кеше кәйефенең батшаһы түгел, ә ҡоло булырға тейеш?
Шулай шул, яҡшы кәйеф, иң беренсе, изге ниәттәреңдең һәм аҡылыңдың бергә булыуына бәйле шул.
Лена Абдрахманова.