Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
5 Сентябрь , 10:53

"Ундай әсәйҙе нисек ғәфү итмәк кәрәк..."

Был ҡатынды "әсәй" тиһәм дә, ул бөтөнләй ҙә быға лайыҡ түгел. Һине донъяға тыуҙырған өсөн генә, көн дә туҡмаған кешене әсәй тип атарғамы?

"Ундай әсәйҙе нисек ғәфү итмәк кәрәк..."
"Ундай әсәйҙе нисек ғәфү итмәк кәрәк..."
Быны яҙған ҡатын исемен йәшергән. Ысынлап та, әсәйҙе насарлаған кешене яратмайҙар беҙҙә. Әммә ошондай хәлдәр ҙә йыш була.
 
"Бәхетле булманы минең бала сағым. Мин көн дә әсәйҙең ҡайтырын түҙемһеҙләнеп көттөм, ләкин көн дә яҡын кешем урынына яман ҡатын килеп инә лә: "Мин һиңә әсәй!" – тип аҡыра ине. Ҡаршы әйтеп булмай, тағы ла нығыраҡ эләгәсәк.
 
Был ҡатынды "әсәй" тиһәм дә, ул бөтөнләй ҙә быға лайыҡ түгел. Һине донъяға тыуҙырған өсөн генә, көн дә туҡмаған кешене әсәй тип атарғамы?
 
Атай кеүек, ул да эшләне. Кискеһен ҡайта ла, йылмайып ҡосаҡлау урынына, ҡустым менән икебеҙҙе, бәләкәй генә сәбәп табып, әрләй-туҡмай башлай. Биткә һуға, шкафҡа йә өҫтәлгә ҡарай төртөп ебәрә, сәстән шундай ныҡ итеп тарта, хатта бер ус йолҡоноп сыға... Минең үлгем килә торғайны. Бала сағым – тотошлай бушлыҡ һәм ҡараңғылыҡ. Әле лә шул ваҡыттың шаңдауы һаулығымда сағылып йонсота.
 
Үҫмерлек ҡорона ингәс, мин хоҡуғымды даулай башланым. Ҡаты итеп һөйләшергә, ҡаршы ирешергә өйрәндем. Һәм... үҙем әсәй булыуҙан, уға оҡшауҙан ҡурҡа башланым. Психологтар ярҙамы менән генә уға оҡшаманым. Әммә уны тормошомдан һыҙып ташланым.
 
Яңыраҡ әсәй тағы үҙен иҫләтте. Ул ныҡ ҡына йәрәхәтләнде. Хәҙер уны тәрбиәләргә кәрәк. Атай яңғыҙын ҡалдырып китте. Хәл юҡ, миңә үҙемә алып ҡайтырға тура килде.
 
Тик уға тыныс ҡына ҡарай ҙа алмайым. Гел генә теге ваҡыттағы албаҫтыны хәтергә төшөрәм. Минең тормошомдан юҡҡа сығыуын теләйем, уны тамсы ла яратмайым. Элек ул мине нисек ыҙалатҡан, шуны ҡабатламаҫ өсөн үҙемде көскә тыйып тотам. Яҡшы мөнәсәбәттәр булдырырға ла теләмәйем, бары үҙемдең кешелеклегемде һаҡлап ҡалырға тырышам.
 
Бәхетһеҙ бала сағым өсөн нисек ғәфү итмәк кәрәк, аңламайым. Әле балаларын ыҙалатҡан әсәйҙәр, киләсәгегеҙ хаҡында уйлағыҙ. Улар барыбер үҫеп етәсәк. Шунан һеҙгә нимә күрһәтерҙәрен теләрһегеҙ: хөрмәт итеү һәм яратыуҙымы, әллә һалҡынлыҡ һәм күрә алмауҙымы?.."
 
Бик ауыр тәьҫорат ҡалды был һөйләшеүҙән. Был осраҡта ниндәй кәңәш бирергә була һуң? Күрәһең, ул эсендәгеһен сығарғыһы ғына килгән...

Гульдар Булякбаева-Бирганова.

Автор:
Читайте нас: