Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
2 Октябрь , 11:52

"Бер кемде лә рәнйетмәҫ инем..."

Ошо фажиғәнән һуң атай кеше шешә менән дуҫлашты, ике йыл эсендә тамам эскесегә әйләнде. Ә Рәсимәне был ҡайғы-хәсрәттән һуң төрлө ауырыуҙар яфалай башланы.  

"Бер кемде лә рәнйетмәҫ инем..."
"Бер кемде лә рәнйетмәҫ инем..."
Фатирының мөйөшөндәге комодта торған фоторәсемгә күҙ һалды ла Рәсимә, аш бүлмәһендәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эшенән бер аҙға туҡталып, уйға ҡалды. Хәҙер инде олоғайған, маңлайына һырҙар төшкән, ауырыуҙар менән йонсоған ҡатынға унда 18 йәшлек сибәр, шаян, ҡыйыу, тәүәккәл, тиктормаҫ һәм бер ниндәй хәстәрлекһеҙ ҡыҙ йылмая ине. Рәсимәне ул бәхетле йәшлек йылдарына йәнә алып ҡайтты... “Их... шул саҡтарға кире ҡайтаһы ине лә бит”, – тип уйланы ҡатын, үкенестәре йөрәген һыҙлатты...
 
Ул саҡта ауылдан килгән ҡыҙ баш ҡалалағы техник юғары уҡыу йорттарының береһенә белем алырға ингән ине. Бәләкәй сағынан атаһы эргәһендә өйөрөлгән, ир-егет эштәренән дә баш тартмаған, хатта машинаны ла оҫта йөрөтә белгән Рәсимәнең киләсәктә техник һөнәр һайларына шикләнгән кеше һирәк булғандыр. Ҡыҙҙың ғәзиз кешеһе лә балаһының тап ошо йүнәлештә белем алыу теләген хупланы, ғорурланды.
 
Өфөләге институтҡа уҡырға ингән йылдың көҙөндә Рәсимә медицина институтында II курста белем алған тыныс холоҡло, етди, яуаплы, аҙ һүҙле Рәмил менән танышты. Йәштәр икәүләшеп киләсәккә план ҡорорға ғәҙәтләнде, үҙҙәренең балалары буласағы, фатир аласағы хаҡында хыялланды.
 
Оҙаҡламай егет ҡыҙға тәҡдим яһаны, тегенеһе осоп-төшөп тигәндәй ризалашты, үҙ иңенә ниндәй яуаплылыҡ һалынғанлығы тураһында артыҡ уйланманы, ахыры. Береһе тыныс, икенсеһе яндырай: бер-береһен тулыландырып торғандай тойолдо йәштәр. Тик бына был мөнәсәбәттәр генә оҙаҡҡа һуҙылманы. Күбәләктәй осоп йөрөгән Рәсимә оҙаҡламай икенсе ирҙе тапты, мөкиббән китеп ғашиҡ булды, һүҙсән ирҙең һүҙҙәренә ышанып, Рәмиле хаҡында бөтөнләй онотто һәм үтеп барған тормоштоң ҡәҙерен тулыһынса белеп ҡалырға теләп, “йәшәп” ҡалырға ынтылды. Рәмилгә был ваҡытта бик ауыр булды тип әйтеү генә етмәҫ, моғайын, былай ҙа артыҡ һүҙ ысҡындырмаҫ ир үҙ эсенә бикләнде. Ҡайғы-һағышын эш менән баҫырға тырышты, бына шул хеҙмәте уны ҡотҡарҙы, йыуанысына әйләнде...
 
Ә Рәсимәнең икенсе мөхәббәте менән тормошо башта һәр йәһәттән яҡшы барҙы-барыуын: ире уны яратты, ҡатыны өсөн барыһын да эшләргә тырышты, өрмәгән ергә ултырмағаны тигәндәй. Шуныһы, уларҙың төп ғорурлығы – төҫө менән дә, холҡо менән дә атаһына оҡшаған улдары – бар ине. Шулай ҡатындың тормошо һәүетемсә, матур, көйлө генә барҙы. Тик был һиллек улы өйләнгәнсе генә дауам итте... Тормош – ҡуласа тигәндәре шулдыр инде. Бер көн Рәсимәнең килене лә, ҡасандыр ҡәйнәһе кеүек, икенсе мөхәббәтенә эйәреп, ирен ҡалдырып сығып китте. Тик бына Рәсимәнең улы ғына был хәлде күтәрә алманы - донъя менән мәңгелеккә хушлашты... Ошо фажиғәнән һуң атай кеше шешә менән дуҫлашты, ике йыл эсендә тамам эскесегә әйләнде. Ә Рәсимәне был ҡайғы-хәсрәттән һуң төрлө ауырыуҙар яфалай башланы.
 
Ошо хәлдәрҙән һуң Рәсимә беренсе иренең яҙмышы хаҡында белеште. Уртаҡ таныштары әйтеүенсә, Рәмил икенсегә өйләнмәгән, эш тип йәшәгән, хатта унан ҡайтмаған да тиерлек. Тик шәхси тормошо көйләнмәгән, дөрөҫөндә, уны үҙгәртергә лә тырышмаған, бер алданған йөрәктең йәнә мөхәббәт упҡынына сумғыһы килмәгән...
 
“Их, йәшлегемә кире ҡайта алһам, бөтөнләй икенсе төрлө йәшәр инем. Бер кемде лә рәнйетмәҫ инем... Рәмилдең дә ҡәҙерен белер инем. Тик терһәкте тешләп булмай...” – йөрәген үкенесле һыҙланыу-һағыш биләгән Рәсимәнең күҙ йәштәре туҡтауһыҙ аҡты ла аҡты...
Автор:
Читайте нас: