Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
19 Октябрь , 22:03

Әсәйем үлемдән ҡотҡарҙы

Рәхмәт, Әсәйем, һинең йөрәгең һиҙеп, миңә бағышлатҡан доғаларың ғүмеремде ҡурҡыныс авариянан һаҡлап ҡалды.

Әсәйем үлемдән ҡотҡарҙы
Әсәйем үлемдән ҡотҡарҙы

Ашыҡма!”

Юлда йыш йөрөйөм. Сөнки төп эшемдән тыш такси хеҙмәте күрһәтәм. Буш саҡта йәки ял көндәрендә.

Ҡайһы бер водителдәрҙең кәрәкмәгән ерҙә тиҙлекте арттырыуы йәки алдымда һөйрәлеп тик барыуы, йә юлды ҡырҡып үтеп китеүе йәнде лә көйҙөрә. Шундай кешеләрҙе үҙем үтеп китергә тырышам. Был юлы ла алдымда бер машина барҙы. Яйлап бара бара ла, мин үтәйем тиһәм, тиҙлеген арттыра йә минең юлыма сыға. Йәнем көйөп, йәһәт кенә үтеп китәйем тигәйнем “Ашыҡма!” тигән тауыш ишеттем. Ҡайҙандыр асыҡ ишетелгән тауышҡа аптырап, тиҙлекте әкренәйттем.

Күпмелер саҡрым үткәс тынысландым, әммә баяғы машина һаман йәнгә тейә бит! Үтәйем тиһәм үткәрмәй, әллә нимә эшләй. Был юлы нисек тә булһа ла үтәм тип ынтылғайным, баяғы “ашыҡма!” тигән тауыш мейемдә ҡурҡыныс булып яңғырап китте. Бөтөнләй яйланым, теге машинанан артта ҡалдым. Боролошҡа әйләнгәс, тәнем - эҫеле һыуыҡлы булып китте. Өс машина төкөшкән, береһе әйләнеп ята. Араларында юл буйы мин уҙырға маташҡан, унан юл бирмәй аптыратҡан машина ла бар. Уның машинаһының алды юҡ тиерлек. Водителе лыс ҡан. Аллаға шөкөр - тере ине. 

Ниндәй ярҙам кәрәктер тип яндарына йүгерҙем. Их, тип ҡысҡырғы килә, ҡайҙа шул тиклем ҡабалана инең тип әрләге, хатта һүгенге килде. Мин бер нисек тә ярҙам итә алмаһам да, яндарынан шунда уҡ китә алманым.

“Ашығыс ярҙам” килгәнен көтөп алдым да, артабан ҡуҙғалдым. Шул саҡ әсәйем шылтырата. Туҡтап һөйләшә башланым. Әсәйем: “Улым, ни хәлдәһең? Бөгөн һине уйлап, йөрәгем болоҡһоп килеп торҙом да, күрше инәйеңә хәйер бирҙем. Улай ҙа тыныслана алмай, йөрәгем сығып килгәс, мәсеткә барып, һин юлда имен-һау йөрөһөн тип имам-хатиптан доға уҡытып килдем”,-тине.

Әсәйемдең минең өсөн борсолоп, доғалар бағышлатып йөрөгән ваҡыты минең теге машинаны уҙырға маташҡан мәл менән тура килеүе аптыратты ла, уйға ла һалды. Рәхмәт, Әсәйем, һинең йөрәгең һиҙеп, миңә бағышлатҡан доғаларың ғүмеремде ҡурҡыныс авариянан һаҡлап ҡалды. Ашыҡмайыҡ, егеттәр! Һәр кемебеҙҙе өйҙә яҡындарыбыҙ өҙөлөп көтә бит!

Рәил.

"Һаҡмар" гәзите сайтынан.

Автор:
Читайте нас: