Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
8 Ноябрь , 19:16

"Атайың янына ҡайтаһың икән, кире юл юҡ һиңә."

Ғүмер буйы үҙе тураһында бер уйламай, балам тип йәшәгән атайҙың күңеле әрнене. Икенсе көнөнә Айгөл автобусҡа ултырып ауыл яғына сыҡҡанда атаһының һуңғы шылтыратыуын ҡабул итте:

"Атайың янына ҡайтаһың икән, кире юл юҡ һиңә."
"Атайың янына ҡайтаһың икән, кире юл юҡ һиңә."

Ауырып кеше көнөнә ҡалғас, шулай тигәйне атаһы Айгөлгә. Ҡайтты Айгөл. Тик бик һуңлап ҡайтты. Атаһының ҡәберенә тубыҡланып, күҙ йәштәренә быуылып ғәфү үтенеүҙе һорай  ҙа бит, атаһы ғына хәҙер ишетмәй. Тормош тигәнең шул тиклем дә үкенесле булыр икән...

Айгөлдөң күҙ алдынан бала сағы  үтте.

Ул ваҡытта ауыл гөрләп торҙо. Эшһеҙ йөрөгән кеше булманы. Айгөлдөң әсәһе колхозда һауынсы, атаһы тракторсы булып эшләне. Эшләгән, тырышҡан ғаиләнең донъяһы алға барҙы. Айгөл дә бер бөртөк бала булып иркәләнеп кенә үҫер һымаҡ ине. Ләкин тормоштоң үҙ ҡанундары бар.

Колхоздар тарҡалғас, иң элек әсәһе эшһеҙ ҡалды. Атаһы башҡа бер ойошмаға тиҙ генә водитель булып урынлашты. Әсәһе өйҙә ятҡас, үҙенә толҡа тапманы. Ауылдаштары мал һуйғас эсәк йыуырға, ҡаҙ йөнөн йолҡошорға саҡырҙы, ләкин ул ваҡытта өмәлә аҡсаға эшләтмәнеләр.  Кискә арыу ғына һыйланып, әҙ-мәҙ күстәнәс кенә тотоп ҡайтып инде. Ана шул, өмәләргә йөрөп йәшел йылан менән дуҫлашып китте әсәһе. Атаһы эштән бушамағас, тәүҙә быға артыҡ иғтибар итмәне. Аҙаҡ һуң ине. Әсәһе эскегә тиҙ бирелде, күңел асыу яғын ҡарап тора башланы. Өйҙә ире, балаһы ашағанмы, донъяһы йыйыштырылғанмы, ул турала уйлап та бирмәне. Үҙе һымаҡ шешәләш ҡатындар менән бер-береһенә йөрөп, йыйылып эсеү ғәҙәтенә нде. Барыбер араҡыға тыға тип аҡса ла бирмәй башланы ире. Өйгә кәрәкле аҙыҡ-түлекте, кейем һалымды барыһын да үҙе хәстәрләне. Ләкин эскән кешегә барыбер ине. Ул өйҙән йомарлам-йомарлам аҡ майҙарҙы, итте, хатта тауыҡ йомортҡаларын алып сығып китеп эскегә амаштырҙы. Донъяны икең дә бер яҡҡа тартҡанда ғына  алға бара.  Түңәрәк донъя шулай кителде.

–Һин минән шул бер киҫәк майыңды, йомортҡаларҙы ла йәлләп ултыраһыңмы әллә? Шунан ғына байып китермен тиһеңме? Мин эсһәм дә артығын һалмайым, самаһын беләм, – тип тауыш ҡуптарҙы.

Белмәне шул ,  сама тигәнен онотто. Әле лә күҙ алдында Айгөл  мәктәптән класташтары менән ҡайтып килгәнендә клуб алдында иҫерек ятҡан әсәһен күреп, ер тишегенә инеп китерҙәй булғайны.

–Айгөл, әсәйеңде алып ҡайт, туңыр ул бында ятып, – класташтарының был һүҙен ишетеп, тағы ла нығыраҡ ғәрләнеп йүгереп өйөнә ҡайтып китте. Илауҙан буҫлығып  килеп  инде ул.

–Атай, ни өсөн минең генә әсәйем шундай һуң? Нишләп башҡаларҙың әсәйҙәре эсмәй. Нишләп башҡалар  мәктәпкә әсәйҙәре бешергән тәмлекәстәр алып бара, мин һәр саҡ уларға ҡыҙығып йөрөйөм? – тип үкһеп иланы ла иланы.

Өсөнсө класта уҡығанында әсәһе үҙе һымаҡ эскесе иргә эйәреп башҡа ауылға сығып китте. Күпмелер ваҡыттан уларҙың икеһенең дә эсеп, ут сығарып янғында һәләк булғанын ишеттеләр. Был хәбәр Айгөлгә ауыр тәьҫир итмәне.  

Атаһы ҡыҙын бер үҙе үҫтерҙе. Һәйбәт водитель булғас, эш хаҡын матур алды. Донъя көтөргә лә, ҡыҙын үҫтерергә лә аҡсаһы етә ине.  Атаһы яйлап Айгөлдө донъя көтөргә кәрәкле барлыҡ һөнәрҙәргә өйрәтте. Бигерәк тә ашарға бешереү оҡшай ине Айгөлгә. Рецепт китаптарын ҡарап нимәгә генә өйрәнмәне.  Өйҙө таҙалыҡта тотоу ҙа уның иңендә булды.

Йәйге каникул етһә, республиканың, илдең иң матур тәбиғәт мөйөштәренә сәйәхәткә йөрөнөләр. Бының бер генә шарты бар ине – уҡыу йылын тик яҡшы билдәләргә тамамларға. Шуға атаһы менән булған бала сағын иҫенә төшөрһә, бәхетле мәлдәре бик күп уның.

Мәктәптән һуң үҙенә оҡшаған ашнаҡсы һөнәренә уҡыны. Атаһы машина менән булғас, ҡыҙына бәрәңгеһен дә, башҡа йәшелсәһен дә, итен дә илтеп торҙо. Айгөл бер ауырлыҡһыҙ тәүҙә училищены , аҙаҡ шул йүнәлеш буйынса юғары уҡыу йортон тамамланы.

Атаһы бөтә тапҡанын ҡыҙына бирҙе. Иғтибарым кәмемәһен тип, хатта башҡаса өйләнмәне лә.

–Ҡыҙым, һин бәхетле булһаң, миңә башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй. Тормошомдоң мәғәнәһе һин генә, – тип ҡабатларға яратты ул.

Ә институтты тамамлаған йылда буласаҡ тормош иптәше менән ҡайтып төшкәс, атаһының шатлығының сиге булманы.

–Ҡыҙымды һиңә ышанып тапшырам, ҡәҙерләп кенә йәшәт. – тине кейәүенә туй мәлендә.

Айгөл тормошло булғас та, һаман да ярҙамынан ташламаны.

–Кеше тупһаһында йөрөмәгеҙ. Бына һеҙгә  фатирлыҡ аҡса, үҙ мөйөшөгөҙҙө булдырығыҙ, – тип мал һатып  йыйған аҡсаһын ҡыҙы менән кейәүенә тотторҙо.

Айгөлдән бигерәк, ире Рушан һөйөнгәйне был ваҡиғаға. Бәпестәре тыуыуға улар үҙҙәренең фатирында йәшәп ятты.

Йәшерәк сағында атаһы ауылда бирешмәй донъя көттө. Малын да күпләп аҫыраны, эшкә лә өлгөрҙө. Айгөл менән Рушан да ҡайтып ярҙам итергә тырышты. Ләкин һуңға таба иренең генә холҡо үҙәгәрҙе. Холоҡһоҙға әүерелде, бөтә нәмәгә ризаһыҙлыҡ белдерә башланы. Бер ойошмаға етәксе итеп үрләткәндән һуң шулай кеше танымай башланы, танауы күтәрелеп китте уның. Айгөл бер ҡайҙа сыға алмай башланы. Хатта эштән һуңлап ҡайтһа ла, өйҙә ҙур тауыш ҡупты.

–Әллә берәй кешең барлыҡҡа килдеме? Өйөң бар икәнлеген оноттоңмо? – тип юҡҡа ғына йәнен телгеләне.

Айгөлдөң кеме булһын инде. Эштән һуң былай ҙа йәһәтерәк өйгә ашҡына. Иренең шулай юҡҡа бәйләнеүен генә ул аңлап етмәй.

Атаһының һаулығы ҡаҡшап, тиҙҙән  мал аҫрай алмай башланы. Был ваҡытта ҡыҙы менән кейәүенең иғтибарына ул айырыуса ныҡ мохтаж ине.

–Рушан, атайым ауырый. Үҙебеҙгә алып киләйек. Бер бүлмә буш тора бит, – тип иренә инәлде.

–Юҡ инде, ҡарт кешенең еҫен сығарып , уны көйләп ултырыр хәлем юҡ. Бәләһен һалмай ғына ултырһын. Ҡыйын булһа, ҡарттар йортона барһын, – тип ҡырт киҫте.

Айгөл атаһы янына ҡайтып хәлен белешәйем, ярҙам итәйем тиһә лә ҙур тауыш ҡупты.

-Атайың янына ҡайтаһың икән, кире юл юҡ һиңә. Өйгә керетмәйем, – тип ажғырҙы.

Һуңғы биш йылда бына ғына торған ауылына ҡайта алманы, иренең һүҙенән үтә алманы Айгөл. Атаһының изгелеген шулай тиҙ онотоуына иренә ғәжәпләнеп бөтә алманы.

Атаһы өсөн йөрәге өҙгөләнде, ләкин эсендәге хәсрәтен бер кемгә лә  әйтә алманы. Һәр ваҡыт эшенән ебәрмәүҙәренә, өй мәшәҡәттәренә һылтанды.

Атаһы ауырлығын балаһына һалырға тырышманы. Нисек тә үҙ көнөн үҙе күрҙе. Таяҡҡа таянып булһа ла, магазинға аҙыҡ-түлек артынан йөрөнө. Ләкин аяҡтары ныҡ ауыртҡанда икмәк алып килерлек кешеһе лә булманы. Аслыҡтан үҙәге өҙөлһә өҙөлдө, ләкин ҡыҙына был хаҡта белдермәне.

Ҡарт кешенең сире көсәйә барҙы.  Бер көндө бөтөнләй түшәктән тора алманы. Шунда ғына ҡыҙының телефон номерын йыйҙы.

–Ҡыҙым, ҡаты ауырып киттем бит әле. Урынымдан да тора алмай ятам. Ҡайтып, дауаханаға алып бара алмаҫһығыҙ микән? Аяҡтарым бөтөнләй йөрөрлөк түгел бит. Ғүмер буйы һыуыҡ кабинала ултырып, эшлектән сығып бөткән бит инде, – тине ҡыйынһынып ҡына.

–Атай, хәҙер Рушан менән һөйләшәм дә, хәбәр итермен, – тине ҡыҙы өҙгөләнеп.

Ләкин Рушан ауылға ҡайтырға уйламаны ла.

–Бензин яндырып, ваҡыт әрәм итеп йөрөй алмайым. Атайыңды көйләп ултырмаҫмын инде. Минең унан башҡа ла эшем күп, ҡул аҫтында 100 кеше, һәр береһен уйларға кәрәк, – тине артыҡ әһәмиәт бирмәй.

–Атай, Рушан бушамай, үҙем булһа ла ҡайтып етәм, көт! – тип атаһына хәбәр итте лә юлға йыйына башланы.

Айгөлдөң ниәтен белгән Рушан тағы ла енләнде. Иренең һүҙенән сығып өйрәнмәгән ҡатын был юлы ныҡ торҙо, автобус менән булһа ла, ҡайтырға ҡарар итте.  

Атаһы ғына оҙаҡ көтөп ята алманы. Өмөтөн өҙөп, ауыл биләмәһе башлығына   шылтыратып хәлен аңлатыуға , ярты сәғәт тә үтмәне ул килеп етте. Ауылға хеҙмәт иткән хөрмәтле ағай тиҙ арала дауаханаға урынлаштырылды.

Ғүмер буйы үҙе тураһында бер уйламай, балам тип йәшәгән атайҙың күңеле әрнене. Икенсе көнөнә Айгөл автобусҡа ултырып ауыл яғына сыҡҡанда атаһының һуңғы шылтыратыуын ҡабул итте:

–Балам, мине ерләргә ҡайт инде, бәхил бул! – тип кенә әйтеп өлгөрҙө.

Аяҡтары һыҙлауынан түгел, йөрәк өйәнәгенән ул шулай ҡапыл был донъянан китеп барҙы.

Автор:
Читайте нас: