Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
12 Ноябрь , 19:19

“Дөмөкһә ярар ине...”

Шул саҡта подъезға йүгереп сыҡтым да: “Ярҙам итегеҙ!”  –  тип ҡысҡыра башланым. Артабан бер ни ҙә хәтерләмәйем – күршеләрҙә уяндым.

“Дөмөкһә ярар ине...”
“Дөмөкһә ярар ине...”

“Миңә 27 йәш, кейәүҙәмен,  ике балам бар. Ипотекаға фатир алдыҡ, ирем ипле ғаиләнән, эшләп йөрөй. Декрет ялындамын, балалар менән шөғөлләнәм, мөмкинлек сыҡҡан һайын ғаилә менән ял итергә тырышабыҙ, ғаилә байрамдары ойошторабыҙ, бер-беребеҙҙе аңлап йәшәргә тырышабыҙ.  

Бәпестәремә ҡарайым да, үҙемдең аяныслы бала сағым иҫкә төшә, шунда уҡ күҙемә йәш төйөлә. Мин “бәхетле бала саҡ” тигән төшөнсәне бөтөнләй белмәйем, сөнки ул осор тамуҡҡа тиң ине. Һәр саҡ тиҙерәк үҫергә һәм үҙаллы йәшәргә хыялландым.

Әсәйем мине ирһеҙ тапҡан. Эш шунда: атай булған кеше уға хыянат иткән һәм әсәйем,  ғәрләнеп, икенсе ҡасабаға күсеп киткән. Үҫмер сағымда шул мәғлүм булды: атайымдың туғандары минең менән бик аралашырға теләгән, әммә әсәйем күнмәгән, ҡырҡа ҡаршы төшкән. Шулай, атайым яғынан өләсәйем мине бер тапҡыр ҙа күрмәйенсә үлеп киткән.

Тиҙҙән әсәйем артынан ике ир йөрөй башлаған. Береһе –  олораҡ, икенсеһе  – кесерәк. Бер аҙ иҫ белә башлағас, уларҙың килеп йөрөгәнен хәтерләйем. Гел матур сәскәләр, бүләктәр алып килерҙәр ине. Уларҙың икеһенең дә ғаиләһе барлығы ла мәғлүм булды. Һөҙөмтәлә, тағы бер нисә йыл үткәс,  ирҙәрҙең өлкәнерәге ғаиләһен ташланы, ҡатыны менән айырылышып, әсәйемә өйләнде, беҙҙең менән йәшәй башланы. Әсәй иһә ҡаршы түгел ине  –  мөһабәт кәүҙәле, күркәм ир, һәйбәт ғаиләнән. Ул саҡта бәләкәй булһам да, мин уны “атай”  тип әйтә алманым. Күпме һораһалар ҙа, уны ҡабул итә алманым, сөнки бының сәбәптәре бар ине. Ғәмәлдә ул бик холоҡһоҙ ир булып сыҡты.

Дүрт йылдан һуң ҡустым тыуҙы һәм тормошобоҙ түҙеп торғоһоҙға әүерелде. Үгәй атайыбыҙ эсеп ала ла әсәйемде туҡмай ине, әммә беҙ тәүҙә һиҙмәй ҙә инек. Бер тапҡыр уянып киттем һәм барыһын ишетеп яттым: әсәйемде алама һүҙҙәр менән түбәнһетә, сәстәренән тартып, иҙәндән өҫтөрәй ине. Әсәйем дә ҡалышмай  – уға ҡаршы телләшә, һуғыша, тырнаша. Әсәй, ғөмүмән, холҡо буйынса – ут, бер кемгә лә үҙен рәнйетергә бирмәне һәм әле лә шундай.  Ул саҡта мин өндәшмәй генә ятырға мәжбүр булдым һәм мендәр менән ҡапланып иланым.

 Ә үгәй атай бер эсһә, йығылғанса, иҫһеҙ ҡалғансы эсә ине. Ун йәш тулғас, уның ҡулдары миңә лә килеп етте. Бәләкәй генә хилафлыҡ өсөн ҡулына нимә эләгә –  себен үлтергес, элгес, ҡайыш – шуның менән һуғыр ине.  Миңә уның рөхсәтенән тыш телевизор ҡарау, хатта уның алдында һөйләшеү ҙә тыйыла торғайны. Сәстәрем оҙон, шуға ул теләһә ҡайһы ваҡытта уларға йәбешеп ала ла, күҙенә сәс бөртөгө салынған урынға һөйрәкләп килтереп, танауым менән иҙәнгә төртөр ине: йәнәһе, бына ҡара, нисек өйҙө йыйыштыраһың!

Мин, илаһам, тағы ла насарыраҡ буласағын белеп, күҙ йәшен йотоп, тешемде ҡыҫып,өндәшмәй инем. Ысын мәғәнәһендә иҙән ялағаным да булды...

Шул тиклем уның дөмөгөүен теләй инем! Минең ҡыҫҡа ғына тормошомдо батырған бөтә күҙ йәштәрем һәм әрнеүҙәрем өсөн ыҙалап ҡына үлеп китһә ине, тип уйлай торғайным. Бер тапҡыр иһә Аллаһ Тәғәләгә ялбарҙым: был әшәке әҙәм беҙҙең тормоштан юғалһын һәм үҙ атайым килеп сыҡһын!  Ул саҡта беҙ ни тиклем яҡшы йәшәйәсәкбеҙ, бер ниндәй ҙә ғауға-низағтар, әрләшеүҙәр, һүгенеүҙәр булмаясаҡ, тип хыялландым.

Бер ни тиклем ваҡыттан үгәй атай эскелектән йән бирҙе. Үлер алдынан ҡустыбыҙҙы ныҡ итеп туҡманы. Тәүҙә миңә суйын таба осорҙо, мин янтайып, ике туған һеңлемде ҡаплап өлгөрҙөм, ә таба ҡустыма барып тейҙе. Теге яуыз малайға ташланды, уны йоҙроҡлап туҡмай башланы. Ҡотолорға ирек бирмәйенсә, мөйөшкә ҡыҫырыҡлап алған, тирә-яҡта ҡан...

Шул саҡта подъезға йүгереп сыҡтым да: “Ярҙам итегеҙ!”  –  тип ҡысҡыра башланым. Артабан бер ни ҙә хәтерләмәйем – күршеләрҙә уяндым. Мин һеңлем менән йәнәш креслола ултырам, ә диванда, стенаға боролоп, ҡустым ята ине. Ул шым ғына илай, ә мин уға яҡын да бара алмайым... Кемдер кәнфит тәҡдим итте, мин баш тарттым.

Әсәйем, өйгә ҡайтҡас, ғауға ҡуптарған, үгәй атайҙы туҡмаған, ә ул иҫерек килеш бер нимә лә аңламаған. Кис еткәс, әсәйҙең һеңлеләре килгән, улар ҙа әрләгән, түпәләп тә алғандар шикелле. Айнығас, үгәй атай кеше була алмай, бер аҙналай ятты ла йән бирҙе.  Ул үлгәндә миңә – 14, ҡустыма 10 йәш ине. Уны һуңғы юлға оҙатҡанда бер күҙ йәшен дә түкмәнем, хатта эстән генә ҡыуандым: ниһайәт, яуыздан ҡотолдоҡ! Әммә яҡындарым бик йәл ине: әсәйем ҡаты төшөнкөлөккә бирелде, ҡустым да туҡтауһыҙ иланы, атаһын мәңгелеккә алып китеп барған машина артынан йүгерҙе. Аҙаҡ та әсәйем оҙаҡ ғазапланды, сөнки, бер нимәгә ҡарамаҫтан, уны ныҡ ярата ине.

Күп тә тормай әсәй тормошонда уның артынан йөрөгән ирҙәрҙең  икенсеһе пәйҙә булды. Баҡтиһәң, ошо ваҡыт эсендә ул әсәйҙе һаман  яратҡан һәм үгәй атайҙы ташлауын көткән. Ул әсәйгә ҡайғыһынан арынырға ярҙам итте, беҙ икенсе ҡасабаға күстек. Мин уҡырға индем, беҙ ҡәҙимге ғаилә кеүек йәшәй башланыҡ. Бер ваҡыт әсәйемдән: “Ниңә ошо ирҙе шунда уҡ һайламаның?”  тип һораным. “Алйот булғанмын”,  –  тип яуапланы ул.

Хәҙер ғаиләбеҙҙә барыһы ла һәйбәт, ҡустым менән яңы үгәй атайҙы ҡабул иттек һәм дуҫтарса аралашабыҙ. Әсәй менән тып-тыныс донъя көтәләр, беҙҙе һәр саҡ көтөп торалар.  Ә бала сағымды ҡурҡып иҫкә алам – ундайҙы бер кемгә лә күрергә яҙмаһын”.

Д. Айгөл тигән ханымдың хатынан.

Фото: storyfox.ru

Автор:
Читайте нас: