Ҡәйнәм менән бергә алты бергә йәшәйбеҙ. Айырым сыҡҡы килә, әммә ирем “атай мәрхүмгә һүҙ бирҙем, әсәйҙе ташламаҫҡа” тип баш тарта. Икенсе яҡтан үҙебеҙ өйҙә юҡ саҡта ҡәйнәм йортто ла, балаларҙы ла ҡарай. Шуға күрә ҡәйнәм менән йәшәүе уңайлы ла.
Әммә уның минең менән бөтөнләй һөйләшмәүе, һүҙ ҡушмауы йәнде көйҙөрә ине. Мин үҙем бик һүҙсән кеше. Улайтып өндәшмәй ултыра алмайым. Шуға күрә хәбәр һөйләп һөйләйем дә, ҡәйнәм яуапҡа “һм” тип тамаҡ ҡына ҡыра.
Иремә кискеһен ҡәйнәмә зарланып бер булам. Ул өндәшмәй йәки “ҡуй әле” тип кенә ебәрә. Был ҡәйнә ни өсөн мине шул тиклем күрә алмай икән тип йәшәр инем дә артабан, әгәр ҡазаға тарымаһам. Такси менән барған ерҙән аварияға тарыныҡ. Һәм беләһегеҙме, иң беренсе булып ҡәйнәм килеп етте яныма. Палатаға килеп инеп мине ҡосаҡлап илап ебәрҙе. Шул саҡ ҡына ҡәйнәмдең үҙенең холҡо шулай үтә тыныс һәм ҡырыҫ булыуын аңланым. Мин дауаханала ятҡанда көн дә килеп йөрөнө, өйҙәге хәлдәрҙе, балаларҙы бер туҡтауһыҙ һөйләне.
Ә бына мин өйгә ҡайтҡас барыһы ла элеккесә. Мин һөйләйем, ҡәйнәм өндәшмәй. Булһын! Мин хәҙер ҡәйнәмдең күңеле лә йомшаҡ, үҙе лә бик яҡшы кеше икәнен беләм. Ә һөйләргә - мин үҙем дә аптырамайым. Тыңлаусы ғына булһын.
В.