Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
11 Декабрь , 20:14

Кейәүгә лә сыҡтым, ҡыҙлы ла булдым... (Булған хәл)

Ниндәй генә өгөт-нәсихәт уҡыманым икән, тыңларға ла теләмәне. Тик “Атаһына кәрәкмәгән бала,миңә лә кәрәкмәй”- тип кенә ҡуйҙы. "Атаһы кем һуң?"- тип һорағас, “Кемгә эйәреп килдең, шунан һора!" - тип екерҙе лә өйөнөң ишеген эстән бикләп тә ҡуйҙы.

Кейәүгә лә сыҡтым, ҡыҙлы ла булдым... (Булған хәл)
Кейәүгә лә сыҡтым, ҡыҙлы ла булдым... (Булған хәл)

Һуң сыҡтым кейәүгә. Йәшерәк саҡта иптәш ҡыҙҙар менән клубына ла дискотекаларына ла йөрөмәнем, бар белгәнем уҡыу булды.Студент саҡтарҙа ауылға ҡайтҡанда әсәйем менән өләсәйем инде өгөтләй кискеһен урамға сығырға, ә мин унда нимәшләмәк кәрәк,тип уйлап ҡырт киҫәм дә ҡуям. Уҡыуҙы тамалағас, ҡалала гимназияға уҡытырға тороп ҡалдым. Мәктәп эштәрен тамамлайым да өйгә ҡайтам, балаларға ҡыҙыҡлы дәрес үткәрәм тип китаптар, интернет селтәрен аҡтарам. Ысынлап та, балалар мине бик яратты. Директор үҙенә саҡырып кискелеккә интернатта тәрбиәсе булып эшләргә тәҡдим иткәс тә баш тартманым. Көндәҙ ваҡыт дәрестәр менән үтә, кискеһен балалар менән донъя көтәбеҙ: ҡыҙыҡлы саралар уҙғарабыҙ, дәрес әҙерләйбеҙ, серләшеп ултырабыҙ. Эш менән ваҡытым үтеп, 40-ҡа етеп килгәнемде һиҙмәгәнмен дә. Әсәй менән атай ҙа кейәү көтә торғас төңөлдө, башҡаса өндәшмәйҙәр. Йәйге ял мәлендә ауылға ҡайтҡанымда күрше райондан ҡулымды һората килделәр. Кейәү булаһы кеше ипле генә күренә былай, ҡатыны вафат булып ҡалғас,башҡаса өйләнмәгән. Ауылда әсәһенән ҡалған донъяны көтөп, йәшәп ята. Ғүмер буйы яңғыҙ йәшәргә тимәгән типме, сыҡтым да ҡуйҙым. Тауыш –тынһыҙ ғына...ризалаштым.

Йорт-ҡураға ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәгәнлеге күренеп тора. Ең һыҙғанып икәүләп буяу, ремонтлау эштәренә сумдыҡ та ҡуйҙыҡ. Бер аҙнала бынамын тигән күңелле генә йорт ишек алдында сөкөрҙәшеп сәй эсеп ултыра инек инде. Беҙҙең янға сәстәре туҙған, өҫтө бысраҡ 6 йәштәр тирәһендәге ҡыҙ килеп инде. “Әсәйең тағы ла сығып киттеме әллә?”-тип һораны иптәшем. -“Анау,ауыл осондағы өйҙә йәшәй улар. Ҡатын эсеүен бик эсеп бармай, тик аҙналар буйы юғалып йөрөй”,-тип өҫтәне.
Ҡыҙыҡай өндәшмәй генә баш ҡаҡты. Сабый ғына баланың ошондай асарбаҡ хәлендә йөрөүенә күңелем өшөнө. Тиҙ генә йылы аш ашатып, тәмлекәстәр менә һыйлағас, ҡыҙыҡай әсәйенең ике көн ҡайтмағанлығын, өйҙә төнө буйы ҡурҡып илап сыҡҡан ваҡыттары булғанын да һөйләне. “Рәмил ағайҙа рәхәт, ул һәр ваҡыт мине ашата”-тине көрһөнөп.

Педагог һөнәре үҙенекен итте, кискә ауышҡас ҡайтып ингән ҡатын менән һөйләшмәк булып бәләкәс Әмирә менән йорт янына юлландыҡ. Әсәй кеше ҡыҙының хәлен дә һорашмай, ишекте емерә яҙып өйөнә инеп китте. Ниндәй генә өгөт-нәсихәт уҡыманым икән, тыңларға ла теләмәне. Тик “Атаһына кәрәкмәгән бала,миңә лә кәрәкмәй”- тип кенә ҡуйҙы. "Атаһы кем һуң?"- тип һорағас, “Кемгә эйәреп килдең, шунан һора!" - тип екерҙе лә өйөнөң ишеген эстән бикләп тә ҡуйҙы.

Әллә...Рәмилме атаһы? Һуң, нишләп баланы ыҙалатып былайтып йөрөтә? Башыма һыймаған уйҙарҙы таратырға тырыша-тырыша өйгә табан атланым. Эштең нимә булып бөтөрөн аңлаған Рәмил урамға уҡ сығып ҡаршы алды.
“Эйе,Әмирә минең ҡыҙым. Тик был ниндәйҙер мөхәббәт тураһында аңлатмай. Ҡыҙҙы миңә биреүен һорап барҙым, тик миңә кем бирһен. Мин бит яңғыҙ ир. Уның атаһы икәнен суд аша иҫбатларға кәрәк. Һиңә лә ҡапыл ғына әйтә алманым, ташлап сығып китерһең тип ҡурҡытым”,-тине ул башын ғәйепле балалай эйеп.

Бына һиңә, яңылыҡ исмаһам. Тота килеп таныш булмаған кешегә кейәүгә сығып, ошондай хәбәр ишетеп ултыр әле. Алда ниндәй яңылыҡтар көтә икән. Әллә... ташлап сығып китергә... Ә ҡыҙыҡай??? Уйҙарымдан ҡойолоп төштөм, хатта. Тик бәләкәй Әмирәне ошондай хәлдә ҡалдырырға ярамағанлығын аңлапмы, тиҙ арала баланы үҙебеҙгә алырға кәрәклеге тураһында уйландым. Документтар йыйғансы байтаҡ ваҡыт үтте, сәстәр ағарҙы. Теге ҡатын да баланы йә алығыҙ, йә бушлай бирмәйем,тип аптыратты. Ниһайәт документтар менән эш хәл ителгәс, үҙе үк килетереп тупһабыҙға ултыртып китте.  Минең ҡалалағы эшемде ҡалдырырға теләмәгәнлегемде аңлаған Рәмил күсеп барырға ризалығын белдерҙе. Шулай итеп,ҡалаға күсеп һәүетемсә генә йәшәп ятабыҙ. Ҡыҙыбыҙ талантлы, бейеү түңәрәгенә йөрөй. Тик..әсәһен һағына. Балҡайға әйтеп кенә аңлатып булмай шул. Ауылға йыш ҡайтып йөрөбөҙ, Әмирә лә әсәһенә күстәнәстәр алдыртып, хәлен белергә барып тора. Әсәһе генә яҡты йөҙ менән ҡаршы алып бармай. Йә йәберләп ҡайтара, йә әшәке һүҙҙәр менән әрләй, йә ишеген асмай. Ни тиһәң дә баламы ул, өлкән кешеме, үткәндәрҙе хәтер һандығынан сығарып ташлап булмай. Ә мин ҡыҙыбыҙ бәхетле булһын, наҙ-һөйөүгә күмелеп үҫһен өсөн барыһын да эшләйәсәкмен.

Ҡыҙҙарға үҙ бәхеттәрен ҡулдан ысҡындырмауҙарын, бәхетле һәм түҙемле булыуыҙарын теләп Дилә апайығыҙ.

Автор:Әлфира Уҙәнбаева

Автор:
Читайте нас: