Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
18 Декабрь , 11:54

Улымды үҙемдән нисек айырырға?

Институтты тамамлап, бер йыл эшләп, 23 йәшемдә кейәүгә сыҡтым. Әммә ғаилә тормошом килеп сыҡманы, өс йыл йәшәп айырылыштыҡ. Улыма ике йәш ине.

Улымды үҙемдән нисек айырырға?
Улымды үҙемдән нисек айырырға?
“Институтты тамамлап, бер йыл эшләп, 23 йәшемдә кейәүгә сыҡтым. Әммә ғаилә тормошом килеп сыҡманы, өс йыл йәшәп айырылыштыҡ. Улыма ике йәш ине.
Әлбиттә, берәү ҙә “ярай, тормош ҡороп ҡарайым да, килеп сыҡмаһа, айырылырмын”, тип ғаилә ҡормай. Әммә минең осраҡта шулай килеп сыҡты. Уның ҡарауы – алтын кеүек улым бар! Ул – тормошомдоң йәме лә, мәғәнәһе лә. Тырышып эшләйем, өҫтәмә эштәр ҙә алам, район үҙәгенән бер бүлмәле булһа ла фатир һатып ала алдым. Барыһы ла – улым хаҡына!
Аҙна һайын беҙҙән алыҫ түгел йәшәгән әсәйемдәргә мунсаға йөрөйбөҙ. Улым ныҡ мунса ярата.
Күптән түгел яҡын әхирәтем, мунсала әле булһа улымды үҙемдең йыуындырыуым хаҡында белеп, иҫе китте. (Әлбиттә, мин уның алдында шәрә йөрөмәйем). Әхирәтем мине тәнҡитләп ташланы. “Һин улыңды ныҡ әпәүләйһең, “маменькин сынок” итеп үҫтерәһең”, - тине.
Уның был һүҙҙәренән һуң уйлана башланым. Әлбиттә, мин улымдың ысын ир-егет булып буй еткереүен, минең терәгем, таянысым булыуын теләйем.
Улыма көҙгөһөн алты йәш тула. “Алты йәшлек бала үҙен-үҙе ҡарай башларға, һәр хәлдә мунсала үҙе йыуынырға тейеш”, - ти психолог әхирәтем. Ә эҫе һыуға бешеп ҡуйһа? Башына еҫ тейһә?..
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Әхирәтем дөрөҫ кәңәш бирәме? Улдарығыҙ нисә йәштән үҙаллы була башланы?”
 
(30 йәшлек Ләйсән исемле йәш ҡатындың яҙмаһы).
Автор:
Читайте нас: