Шоңҡар
+4 °С
Облачно
Әҙәп төбө - ғәҙәт
25 Марта 2025, 14:32

Уҡыусылар ҙа тәүәрих намаҙына йөрөй

Юлыҡта йылдан-йыл дингә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡыусылар ҙа тәүәрих намаҙына йөрөйУҡыусылар ҙа тәүәрих намаҙына йөрөй
Уҡыусылар ҙа тәүәрих намаҙына йөрөй

Изге Рамаҙан айы ла үтеп бара. Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн тип мосолмандар был айҙа ураҙа тота, күберәк изгелек ҡылып ҡалырға ашыға. Шулай уҡ, мәсеттәрҙә йыйылышып, ауыҙ асҡандан һуң, тәүәрих намаҙына ла йөрөйҙәр.

Ғафури районының Юлыҡ ауылы халҡы ла был дини йола ҡанундарын дөрөҫ һәм теүәл итеп башҡарырға тырыша. Был йәһәттән ауылдаштар Салауат хәҙрәт Юлыҡовтан да уңды. Халыҡты дингә әйҙәү өсөн ҙур эштәр башҡара ул. Оло, урта йәштәге апай-ағайҙар менән бергә йәштәрҙең, хатта уҡыусы балаларҙың йөрөүе лә икеләтә ҡыуаныслы. Мәҫәлән, Юлыҡ мәктәбенең VIII класының уҡыусылары Кәримова Гөлнәзирә, Хисмәтуллина Әҙилә, Моратова Алинаға ҡарап һоҡланырға, башҡаларға өлгө итеп ҡуйырға була. Улар ураҙа ла тота, тәүәрих намаҙҙарына ла йөрөй.

Тотҡан ураҙалар ҡабул, Рамаҙан айы мөбәрәк булһын.

Уҡыусылар ҙа тәүәрих намаҙына йөрөй
Уҡыусылар ҙа тәүәрих намаҙына йөрөй
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас