Баймаҡ районы Әхмәр ауылында тыуып үҫкән Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы кескәйҙән уҡытыусы булырға хыяллана. Өлгөр ҡыҙ тырышып уҡый, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Хыялын тормошҡа ашырыу ул өсөн һигеҙенсе кластан һуң Сибай педагогия колледжына уҡырға инә һәм ҡыҙыл дипломға тамамлай. Һуңынан Стәрлемтамаҡ педагогия институтында юғары белем ала.
Зөлфиә Нурмөхәмәтова хәҙер инде 33 йыл мәғариф тармағында эшләй. Мөғәллим был һөнәрҙе һайлауына һис тә үкенмәй. Ул Өфөнөң 46-сы лицейында башланғыс класс уҡыусыларына белем һәм тәрбиә бирә. Юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне һәм оҙаҡ йылдар уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалыуын иҫәпкә алып, ул Мәғариф алдынғыһы билдәһе менән бүләкләнде.
Ғаиләһендә хәстәрлекле ҡатын, өлгөлө әсәй ҙә ул Зөлфиә. Тормош иптәше Ирек менән Өфөлә иркен йорт бөтөрөп сыҡтылар. Ихатала күҙ яуын алып торған сәскәләр, емеш-еләктең ишелеп уңыуы ла Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙының уңғанлығы хаҡында һөйләй. Өлкән ҡыҙҙары Юлиә Өфө нефть техник университетын тамамлаһа, кинйәһе Эвелина Өфө фән һәм технологиялар университетында белем ала.
- Мәктәпте лә, балаларҙы ла яратам, – ти Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы.