Витаминдарҙың файҙаһы хаҡында һəр кем хәбәрҙарҙыр. Бигерәк тә ҡышҡы осорҙа организмыбыҙ өҫтәмә көс, туҡланыуға мохтаж. Шулай ҙа дарыуханаларға барып, витаминдар һатып алыусылар күп түгел. Булһа ла, уларҙы даими ҡабул итергә онота. Әгәр һеҙ ҙә әлеге төркөмгә инәһегеҙ икән, рационығыҙға иғтибар итегеҙ. Баҡһаң, көндәлек аҙыҡ-түлекте төрләндереп, организмығыҙҙы кәрәкле матдәләр менән байытырға була.
В1 витамины — туҡымаларҙа һəм күҙəнəктəрҙə аяҡҡа баҫтырыу реакцияларында ҡатнаша. Уны һөт аҙыҡтарынан, йомортҡала, бауыр, треска тоҡомло балыҡтарҙан, томаттан, кишерҙəн, шпинаттан, емеш-елəктəн, петрушканан алырға була.
В1 витамины — туҡымаларҙың тын алыуын һəм күҙəнəктəргə кислород килеүен көсəйтə. Уға бауыр, һөт, йомортҡа, борсаҡ, фасоль, сүпрə бай.
В12 витамины — матдəлəр алмашыныуына йоғонто яһай. Ул бауырҙа, бөйөрҙə, йомортҡа һарыһында күп.
В2 витамины — матдəлəр алмашыныуында мөһим роль уйнай. Уның етешмəүе сəстəр, күҙ, ауыҙ ҡыуышлығы һəм ирендəр торошонда сағыла. Бөтə ит һəм һөт продукттарында, бигерəк тə сүпрəлə бар.
В5 витамины — күҙəнəктəрҙə матдəлəр алмашыныуын оптималь кимəлдə тота. Витамин етешмəүе тире, тырнаҡтар, сəс торошонда һиҙелə.Уның сығанаҡтары — һөт, йомортҡа, бауыр. Матдəлəр алмашыныуы,боҙолоуын дауалау өсөн кальций тоҙо формаһында ҡулланыла.
В3 витамины — тиренең сəлəмəтлеге өсөн кəрəк, тамырҙарҙы киңəйтеүгə йоғонто яһай, матдəлəр алмашыныуында ҡатнаша. Һөттə, йомортҡала, борсаҡта, фасолдə бар.
В6 витамины — аминокислоталар алмашыныуын ғəмəлгə ашырыусы ферменттар төҙөүҙə мөһим роль уйнай. Уның етешмəүе дерматитҡа килтерə. Сүпрəлə, үҫемлектəрҙең йəшел өлөшөндə була.
Д витамины — күҙəнəктəрҙə һəм һөйəк туҡымаһында кальций һəм фосфаттар күсеүен көйлəй. Диңгеҙ балыҡтары ыуылдырығы һəм бауыры, балыҡ майы уларға бай.
Е витамины — бик көслө антиоксидант, уны “йəшлек витамины” тип тə атайҙар. Ул бойҙай бəбəгендə, йəшел үҫентелəрҙə, һырғанаҡ, көнбағыш, арахис майында күп.
F витамины — кислород һəм май алмашыныуында ҡатнаша, шешеү процесын бөтөрə, күҙəнəктəрҙең яңырыуына булышлыҡ итə, уларҙың дымды юғалтыуын иҫкəртə. Был витамин етешмəгəндə тире ҡорой, сəс ҡойола, кəүəклəнə. Үҫемлек майҙары, көнбағыш, миндаль, һырғанаҡ орлоғо, гөлйемеш составына инə.
С витамины — туҡымаларҙың яңырыуына булышлыҡ итə. Уларға цитрус емештəре, шалҡан, йəшелсə һəм емештəр бай,бигерəк тə ҡара ҡарағатта, гөлйемештə, ҡыҙыл бороста, татлы һуғанда күп.