Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
4 Август 2018, 12:47

Ҡыҙыл ҡарағат соусы

Шашлык өсөн тәмле соусты ҡыҙыл ҡарағаттан эшләргә мөмкин. Магазиндан алынған кетчуптар менән сағыштырырлыҡ та түгел.

Шашлык өсөн тәмле соусты ҡыҙыл ҡарағаттан эшләргә мөмкин.

Магазиндан алынған кетчуптар менән сағыштырырлыҡ та түгел. Шул тиклем тәмле килеп сыға. Татлы ла, әскелтем дә соус ит ризыҡтарының тәмен тағы байыта.

Еңел әҙерләнә, бер мәшәҡәте лә юҡ. Яңы йыйып алынған ҡарағат та, туңдырылғаны ла бара.


Ингредиенттар:
1,5 кг ҡыҙыл ҡарағат

250-300 г шәкәр ( тәменә ҡарап)

0,5 стак. 9% һеркә (уксус),

¼ балғалаҡ төйөлгән имбир

ҡыҙыл һәм ҡара борос ( тәменә ҡарап)

¼ балғалаҡ дәрсен (корица)

тоҙ


Әҙерләү:
Ҡарағатты йыуып, һыуын һарҡытҡас, иләк аша үткәрәбеҙ

Мин тәүҙә блендер менән өйөрөлтөп алдым.

Үткәрелгән еләкте кәстрүлгә бушатып, уртаса утҡа ҡуйығыҙ

Шәкәрҙе яйлап өҫтәргә кәрәк. Өҫтәгән һайын яҡшылап болғайбыҙ.

Шәкәрле еләк массаһы ҡайнарға етешкәс, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ һәм утты кәметәбеҙ.

Ярты сәғәт самаһы утта тотабыҙ.

Шунан уттан алып, һеркә өҫтәйбеҙ ҙә стерилле банкаларға ҡоябыҙ.


Тәмле булһын!


Читайте нас: