Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
7 Август 2018, 23:34

Лечо

Тоҙламаларҙың әскелтем-татлы тәмен яратам. Шуға минең тоҙло ҡыярҙарым, помидорҙарымдың да әсенән бигерәк, татлы тәме көслөрәк.



Тоҙламаларҙың әскелтем-татлы тәмен яратам. Шуға минең тоҙло ҡыярҙарым, помидорҙарымдың да әсенән бигерәк, татлы тәме көслөрәк. Бына шундай тәмлетамаҡмын. Әлеге лечо рецебын да тап шундай тәме өсөн һайлап ҡуйҙым да, йыл һайын баҡсамда боростарҙы тап ошо рецепт өсөн генә үҫтерәм. Әгәр һеҙ ҙә минең кеүек татлы тоҙлама яратһағыҙ, рәхим итеп өйрәтәм.


Шулай итеп,

4 кг помидор

5 кг болгар боросо

1 ст. шәкәр

1 ст. көнбағыш майы

2 ҡалаҡ тоҙ

2 ҡалаҡ 9% уксус

һуған

һарымһаҡ

борос бөртөктәре

лавр япраҡтары кәрәк буласаҡ.


Иң тәүҙә помидор менән боросто әҙерләйем. Томаттарҙы ит турағыстан үткәрергә, йә блендерҙа ваҡлап алырға мөмкин. Болгар боросон, орлоғонан таҙартып, шаҡмаҡлап турайым.

Һуғандың теүәл генә күләмен белмәйем, шуға яҙманым, ә былай кәстрүл төбөн ҡаплағансы шаҡмаҡлап һуған турайым. Көнбағыш майында һуғанды ҡыҙҙырып алам да, ит турағыстан үткәрелгән помидорҙы, тоҙ менән шәкәрҙе һалып ҡайнатырға ҡуям. Ул арала ваҡ борос бөртөктәрен, лавр япрағын әҙерләйем, тәменсә һарымһаҡ тештәрен таҙартып турап ҡуям. Ҡайнап сыҡҡан помидорға туралған боросто ауҙарам. Бөтөн был масса ҡайнап сыҡҡандан алып болғай-болғай әкрен утта 30 минут тотам. Һүндергәс, уксус, борос, һарымһаҡ һәм лавр япрағы һалып болғатам да, стерилләнгән банкаларға һалып бороп ултыртам. Ҡалғанын үҙегеҙ ҙә белеп тораһығыҙ инде: банкаларҙы баштүбән әйләндереп, һыуынғанға тиклем иҫке куртка, йә алама юрған менән ябып торорға. Ә аҙаҡтан тәмләп ҡуйырға. Әйтеп ҡуяйым әле, бер 700 г банка ҙур ғаиләгә бер ултырып ашауға етә. Ғәҙәттә тоҙлама-фәлән ашап бармаған балалар ҙа ҡалаҡтарын ялап ҡына ҡуя.


Иҫәнлектә-һаулыҡта ауыҙ итергә булһын!



Читайте нас: