Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
8 Август 2018, 00:05

Балыҡ консерваһы

Телеңде йоторлоҡ!

Был консерва өсөн бәләкәй йылға балыҡтары кәрәк буласаҡ.


1 кг балыҡҡа:


100 гр көнбағыш майы;

200 гр башлы һуған;

50 гр 9% аш һеркәһе;

150 гр аҡ шарап йәиһә һыу;

Самалап тоҙ һәм үҙегеҙ яратҡан тәмләткестәр ҡуша алаһығыҙ (лавр япрағы, түңәрәк борос, ҡәнәфер, базилик, дәрсен (корица).


Балыҡты тәңкәләренән, эслегенән, башы һәм ҡанаттарынан таҙартабыҙ.

Кәстрүлгә төбөнә һуғандың тышлығын һалабыҙ (луковая шелуха). Артабан рәт-рәт итеп теҙәбеҙ: дүңгәләкләп туралған һуған, балыҡ, тәмләткес, тоҙ. Һәр рәткә әҙерәк ҡырғыстан үткәрелгән кишер өҫтәргә мөмкин.

Шулай итеп бөтәһен дә рәт-рәт итеп һалғандан һуң өҫтөнә уксус, аҡ шарап (йәки һыу), көнбағыш майы өҫтәйбеҙ. Ҡатнашма кәстрүлдең 2/3 өлөшөнән артмаҫҡа тейеш.

Кәстрүлде утҡа ҡуябыҙ һәм ҡайнап сыҡҡандан һуң 3-5 сәғәт талғын утта быҡтырабыҙ. Әгәр ҙә скороваркала бешерһәгеҙ, балыҡ 1,5сәғәттән әҙер була.
Әҙер балыҡтың һөйәктәре йомшара, шуға ла уларҙы балыҡтан айырмай ашарға мөмкин.



Читайте нас: