Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
9 Август 2018, 21:51

Балыҡ һәм кәбеҫтәнән бәлеш

Эй, яратам ошо бәлеш менән тәмләп эҫе сәй эсергә. Телеңде йоторлоҡ ул! Һеҙгә лә тәҡдим итәм.


Эй, яратам ошо бәлеш менән тәмләп эҫе сәй эсергә. Телеңде йоторлоҡ ул! Һеҙгә лә тәҡдим итәм.


Беҙгә кәрәк:

Ҡамыр өсөн:

1 йомортҡа

0,5 тоҙ

0,5 сода

1/4 көнбағыш майы

100 гр. иретелгән май

2 ҡалаҡ ҡаймаҡ йәки майонез

1 стакан һөт

1 стакан һыу

4-5 ст. он


Эслеге өсөн:

тоҙ

төрлө тәмләткестәр

бер ҙур булмаған кәбеҫтә

1 балыҡ консерваһы (шпроты в масле).


Тәүҙә эслеген әҙерләйек: кәбеҫтәне вағыраҡ итеп турарарға ла 30 минут тирәһенә япмалы майлы табаға быҡтырырға ҡуйырға. Самалап тоҙ һәм тәмләткестәр һалырға онотмағыҙ. Ул арала ҡамырҙы әҙерләй торайыҡ. Юғарыла әйтелгәндәрҙең барыһын бергә ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫаһың да (ҡулға йәбешергә тейеш түгел) бер аҙға һыуытҡысҡа алып ҡуяйың.

Быҡтырылған кәбеҫтәгә сәнске ярҙамында иҙелгән бер консерва балығын ҡушып бутарға.

Ҡамырҙан ике табаға ярашлы дүрт түңәрәк йәйергә (икәүһе - ҙур, икәүһе - бәләкәсерәк). Табаларға ҡамырҙы йәйеп, эсенә балыҡлы кәбеҫтә һалып, өҫтөн ябырға. Ситтәрен матур итеп семәрләп, уртаһын тишергә лә, эҫе мейескә ҡуйырға. 30-40 минуттан һуң, бәлештең өҫтө ҡыҙарып сыҡҡас, табынға ҡуйырға ла мөмкин!

Бына шулай тиҙ һәм еңел! Иң мөһиме - тәмле!


Ашығыҙ тәмле булһын!



Читайте нас: