Шоңҡар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
9 Август 2018, 22:07

Сочни

Сәйгә эремсектән ошондай тәмле генә "сочни"ҙар бешерҙем әле.


Сәйгә эремсектән ошондай тәмле генә "сочни"ҙар бешерҙем әле.


Беҙгә кәрәк:

0,5 ст. шәкәр

100 гр. комната температураһындағы май (сливочное), мөмкин һыйыр майы.

2 йомортҡа

5 ҡалаҡ ҡуйы ҡаймаҡ

1/4 сода

1/4 тоҙ

200 гр. эремсек

1-2 ҡалаҡ шәкәр

1 ҡалаҡ он


Был өлөштән 30 тирәһе сыға.

4 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1 йомортҡа, 2 стакан шәкәр һәм тоҙ ҡушып, миксер менән (мөмкин сәнске (вилка) менән) ныҡ ҡына итеп туҡыйбыҙ. Унан май ҡушып тағы ла болғатабыҙ. Артабан сода менән иләнгән ондо ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп баҫабыҙ. Ҡамыр ҡулға йәбешмәҫкә тейеш. Әгәр ҙә йәбешә икән, тағы ла саҡ ҡына он ҡушығыҙ. Әҙер булған ҡамырыбыҙҙы һыуытҡысҡа оҙатабыҙ ҙа (улай еңелерәк йәйелә), эслегенә тотонабыҙ: эремсеккә шәкәр, 1 йомортҡа, он ҡушып баҫабыҙ. Кемдәр ярата, мөмкин ванилин һалырға. Эслегебеҙ әҙер.

Ҡамырҙы 5-7 мм тирәһе йәйеп, диаметры 8-9 мм булған берәй түңәрәк менән киҫәбеҙ. Яртыһына бер ҡалаҡ тирәһе эрмесек һалып бөкләйбеҙ ҙә ситтәрен әкрен генә баҫабыҙ. Өҫтәренә йомортҡа һарыһы һөртөп, мейескә оҙатабыҙ.

Минең 20 минут беште. Оҙағыраҡ бешеүе мөмкин (һәр кемдең төрлө мейес!)


Сәйегеҙ тәмле, кәйефтәрегеҙ көр булһын!