Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
14 Август 2018, 09:50

Маринадланған болгар боросо


2 кг борос

1 литр һыу
1,5 стакан шәкәр ҡомо
1,5 аша ҡалағы аш һеркәһе
1 стакан үҫемлек майы
2 аш ҡалағы тоҙ
бөртөклө ҡара борос

Консервалау өсөн өлгөргән һәм зарарланмаған боростар ғына алына. Уларҙы йыуып, орлоҡтарынан таҙартып, 4-6 киҫәккә бүләбеҙ.

Һыу, шәкәр ҡомо, тоҙ менән маринад әҙерләйбеҙ. Боросто ҡайнар маринадҡа һалып, уртаса 5 минут самаһы ҡайнатабыҙ һәм стерилләнгән банкаларға тултырып ҡуябыҙ. Әҙер маринадты ҡабаттан утта ҡайнатып алғас, банкаларға ҡойоп сығабыҙ. Эҫе көйөнсә тимер ҡапҡастар ябып, түңкәреп, тулыһынса һыуынғансы тотабыҙ.


Читайте нас: