Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
16 Август 2018, 09:44

Тиҙ әҙер була торған ҡамыр рецебы

Был ҡамыр менән үҙең теләгән бәлештәрҙе бешерергә мөмкин.


Кәрәк буласаҡ:

1 стакан кефир
0.5 стакан көнбағыш майы
1 пакет сүпрә (дрожжи, 11г.)
1 сәй ҡалағы тоҙ
1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
3 стакан он

Әҙерләү ысулы:

Кефирға май һалып, әҙерәк йылытып алабыҙ, шәкәр ҡомо, тоҙ ҡушабыҙ. Иләнгән онға дрожжи һалып бутайбыҙ һәм кефирлы шыйыҡсаны онға ҡойоп ҡамыр баҫабыҙ. Өҫтөн сепрәк йә целлофан менән ҡаплап, 30 минутҡа йылы урынға ултыртабыҙ. Ҡамыр ҡалҡҡансы эслек әҙерләй торабыҙ. Пирожкиҙар эшләп, йәбештергән ерен аҫҡа ҡаратып майлы лисҡа теҙгәс, 10 минутҡа ҡабартырға ҡуйып торабыҙ.

180-200 градуста ҡыҙарғансы бешерәбеҙ.

Ҡамыр әҙер булғас, нимә теләйһегеҙ, шуны бешерергә мөмкин.
Читайте нас: