Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
17 Август 2018, 23:50

Ҡатлы йәшелсә салаты

Был салатта 8 ҡат йәшелсә бар. Кәйефегеҙгә һәм зауығығыҙға ҡарап, уны ике төрлө соус менән алмаш-тилмәш тәмләндерергә була.





Был салатта 8 ҡат йәшелсә бар. Кәйефегеҙгә һәм зауығығыҙға ҡарап, уны ике төрлө соус менән алмаш-тилмәш тәмләндерергә була. Йәшелсәләр бер төрлө булһа ла, соусына ҡарап, салаттың тәме үҙенсәлекле буласаҡ.



Шулай итеп, салат өсөн түбәндәге йәшелсәләр кәрәк:






1 баш салат япраҡтары (уны йәш кәбеҫтәнең йомшаҡ япраҡтары менән алмаштырырға була),

1 банка консерваланған фасоль,

1 баш уртаса ҙурлыҡтағы ҡыҙыл һуған,

ярты стакан йәшел зәйтүн емеше (оливки),

3/4 стакан консерваланған татлы кукуруз,

1 авокадо,

1 ҡыҙғылт татлы борос,

3 стакан ваҡ черри помидоры,

1 аш ҡ. ваҡ итеп туралған укроп йәки петрушка,

самалап тоҙ.


Зәйтүн майынан соус:

1/4 стакан зәйтүн майы,

1 семтем ҡара борос,

бер нисә ҡыяҡ йәшел һуған.


Ҡаймаҡлы соус:

Ярты стакан ҡаймаҡҡа 1 аш ҡ. томат пастаһы, 1 семтем ҡара борос алына.


Салатты әҙерләү:

Йәшелсәләрҙе йыуып, салат япраҡтарын уртаса ҙурлыҡта, һуғанды, боросто, авокадоны шаҡмаҡлап турайбыҙ, черри помидорҙарын уртаға ярып сығабыҙ. Өҫкө һәм аҫҡы ҡатынан башҡаларын теләгәнсә ҡатлап һалабыҙ. Аҫҡы ҡат мотлаҡ салат япрағы, өҫкөһө помидор булырға тейеш. Тәҡдим ителгән соустарҙың береһен һайлап эшләп алабыҙ ҙа, салат өҫтөнә һибәбеҙ. Яҡшылап болғатҡандан һуң салатты тәрилкәләргә һалып ашарға мөмкин.



Читайте нас: