Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
4 Сентябрь 2018, 23:21

Соуслы баклажан

2 кг баклажан

2 кг помидор

1 кг болгар боросо

3 әсе ҡыҙыл борос

3 баш һарымһаҡ (160 грамм самаһы)

1 стакан һыу

1 стакан көнбағыш майы

1 стакан шәкәр ҡомо

1 стакан аш һеркәһе

3 аш ҡалағы тоҙ
Соус әҙерләү өсөн помидор, болгар һәм әсе боростарҙы, ит үткәргес аша үткән һарымһаҡ, һыу, тоҙ һәм шәкәр ҡомон һалып бутайбыҙ. Аҙаҡ 20 минут тирәһе талғын утта бешереп алабыҙ.

2-3 см ҡалынлыҡта түңәрәкләп туралған баклажанды соусҡа өҫтәп, тағы ла 20 минут ҡайнатабыҙ. Көнбағыш майын һәм һеркә эссенцияһын ҡушып, 5 минут утта тотҡандан һуң, стерилләнгән банкаларға тултырып, төрөп ҡуябыҙ. Шул көйө һыуынғансы тотабыҙ.

Читайте нас: