Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
13 Июнь 2020, 14:40

Бауырһаҡ менән һыйлайым әле!

Байрам, ял көндәрендә һәр хужабикә ғаиләһен тәмлекәстәр менән һыйларға тырыша. Өйҙә май, таба еҫе сығып китһә, ғәжәп күңелле бит ул - кәйеф күтәрелә. Был танһыҡ еҫ өйгә генә һыймай хатта күрше-тирәләргә тарала.Журналыбыҙҙың әүҙем авторы, шағирә Минира Бикәнәсова был юлы беҙҙе үҙенең бауырһағынан ауыҙ иттермәксе. “Бөтәһе лә хәҙер онлайн булғас,бауырһаҡ менән дистанцион ғына һыйлайым әле, - ти ул. - Һеҙ ҙә бешерегеҙ. Бының өсөн биш йомортҡа, балғалаҡ осонда тоҙ һәм сода, юғары сортлы он кәрәк. Йомшаҡ итеп ҡамыр баҫырға ла, һуҙып, шаҡмаҡлап ҡырҡҡас, майҙа бешерергә. Май йылы булһын, ҡайнар булһа, бауырһаҡ ярыла, уңмай. Сироп яһап өйөргә”.Бауырһаҡ тәмле булһын!

Байрам, ял көндәрендә һәр хужабикә ғаиләһен тәмлекәстәр менән һыйларға тырыша. Өйҙә май, таба еҫе сығып китһә, ғәжәп күңелле бит ул - кәйеф күтәрелә. Был танһыҡ еҫ өйгә генә һыймай хатта күрше-тирәләргә тарала.
Журналыбыҙҙың әүҙем авторы, шағирә Минира Бикәнәсова был юлы беҙҙе үҙенең бауырһағынан ауыҙ иттермәксе. “Бөтәһе лә хәҙер онлайн булғас,бауырһаҡ менән дистанцион ғына һыйлайым әле, - ти ул. - Һеҙ ҙә бешерегеҙ. Бының өсөн биш йомортҡа, балғалаҡ осонда тоҙ һәм сода, юғары сортлы он кәрәк. Йомшаҡ итеп ҡамыр баҫырға ла, һуҙып, шаҡмаҡлап ҡырҡҡас, майҙа бешерергә. Май йылы булһын, ҡайнар булһа, бауырһаҡ ярыла, уңмай. Сироп яһап өйөргә”.
Бауырһаҡ тәмле булһын!
Читайте нас: