Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
18 Август 2020, 20:10

Алланып бешер алма

Августың икенсе яртыһы — баҡсала үҫтерелгән ҡайын еләген ултыртыу өсөн иң ҡулай мәл.

Августа ниндәй эштәр көтә?

Емеш-еләк иғтибар ярата

Августа ҡурай еләге, ҡарағат, крыжовник, һырғанаҡ емештәре йыйып алына. Еләге өлгөргән мәлдә ҡыуаҡтарға һыу ҡойоуҙы туҡтатырға кәрәк. Шул ваҡытта ғына емеш ҡоро һәм татлы буласаҡ. Ҡарағатты, крыжовникты йыйып алғандан һуң ҡыуаҡтарға мотлаҡ һыу ҡойоғоҙ, фосфорлы-калийлы ашлама менән туҡландырығыҙ. Ҡарт һәм имгәнгән ботаҡтарҙы ҡырҡып ташлағыҙ.
Ағас еләгенең емеш бирмәгән үренделәренән дә ҡотолорға кәрәк. Төрлө ауырыуҙың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн, был ботаҡтарҙы күптәр яндыра. Уларҙы киптереп, ҡышҡылыҡҡа ер еләген ҡапларға ла мөмкин.
Августың икенсе яртыһы — баҡсала үҫтерелгән ҡайын еләген ултыртыу өсөн иң ҡулай мәл. Һәр хәлдә, был эште сентябрҙең тәүге ике аҙнаһынан һуңламай тамамларға кәрәк. Юғиһә еләк һалҡынға ҡәҙәр яҡшылап тамырланып өлгөрмәҫ. Түтәлдәрҙең оҙонлоғо 60 — 65 сантиметрҙан үтмәһен, үрсетмәләрҙең араһында 25 — 30 сантиметрлыҡ ара ҡалдырығыҙ.

Август — алмалар өҙөлөп төшөр саҡ. Алмағас тирәләй аллы-гөллө балаҫ йәйелә кеүек. Емештәрҙе мотлаҡ йыйып алырға кәрәк. Уларҙан алма һеркәһе, кипкән емеш эшләргә мөмкин.
Уңышы йыйып алынғандан һуң яҡынса ике аҙна үтеүгә, иртә өлгөрөүсән алмағас һәм армыт ағастарының тамырҙары ныҡ йәйелә башлаусан. Шул мәлдә уларҙы органик ашлама менән туҡландырырға кәрәк. Ғөмүмән, емеш ағастары һәйбәт ҡышлаһын өсөн, уларға фосфорлы-калийлы ашлама кәрәк.

Йәшелсә лә өлгөрә

Йәйҙең һуңғы айында йәшелсә лә мул уңышы менән һөйөндөрә. Эш ифрат күп: уларҙы йыйып тоҙларға, ҡайнатырға, киптерергә, шул уҡ ваҡытта түтәлдәрҙе, теплицаларҙы тәрбиәләргә өлгөрөргә кәрәк.
Томат, татлы борос һәм баклажан мул уңыш бирә башлай. Уларҙы ай башында уҡ органик һәм минераль ашлама менән туҡландырырға онотмағыҙ. Томаттың сәскәле тәлгәшен ҡырҡып алып, ике япраҡты ғына ҡалдырыу һәйбәт булыр. Был алым яңы тумалған емештәргә һалҡындарға ҡәҙәр өлгөрөргә ярҙам итер.

Һалҡын төндәр яҡынлашыу менән (улар, ғәҙәттә, 10 августа башлана) асыҡ грунттағы помидорҙы йыйып алалар. Ә теплицала үҫкәндәрҙе өлөшләп өҙөргә, урынына салат, редис, укроп сәсергә мөмкин. Шулай уҡ төҫлө кәбеҫтә өлгөрөп етһен тиһәгеҙ, уны, түтәлдән алып, бушаған теплицаға ултыртыу яҡшы һөҙөмтә бирер.
Һарымһаҡты, һуғанды япраҡтары һарғайыу менән йыйып алырға кәрәк.

* * *
Айҙың урталарынан сәскәләрҙе һирәгәйтә башларға мөмкин. Бүлеп ултыртыу өсөн иң сәләмәт, ныҡлы, дөрөҫ формалағы үҫемлектәрҙе һайларға кәрәк. Сәскәнең һуғанын ҡаҙып алғас, уны иғтибарлап ҡарағыҙ. Ҡыҙғылт-көрән төҫтәге ҡабыҡтарын алып, ауырыу артабан таралмаһын өсөн, баҡсаның ситенә сығарып яндырығыҙ.

* * *
Августа ҡый үләндәрен бөтөрөүгә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Улар бешкән орлоғон ҡойоп өлгөрмәһен, юғиһә киләһе йылда был “саҡырылмаған ҡунаҡтар”ҙан ҡотолоуы күпкә ауыр булыр.
Читайте нас: