Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
27 Февраль 2021, 19:50

Сәй эсәйек бергәләп

Сәйҙе теләһә кем менән эсеп булмай. Яҡшы кәйеф менән, яратҡан үләндәрҙе ҡушып бешереп, күңелеңә яҡын кешеләр менән эсергә кәрәк. Тап шул саҡта ғына тәнеңә лә, йәнеңә лә дауа булыр.

Өшөп ҡайтҡанда сәйегеҙгә ике борсаҡ ҡара борос өҫтәп бешергәндә, йылынып китерһегеҙ. Шулай уҡ имбир ҙә һыуыҡ көндәрҙә эсә торған сәйгә ҡушыла.
Грипп, һыуыҡ тейҙереү, һалыу эләктереү ҡурҡынысы янағанда, кейәү үләне ярҙамға килер. Уны шулай уҡ «ирҙәр» сәйе лә тиҙәр. Кейәү үләнен ашҡаҙан, бөйөр, баш ауыртҡанда, бәүел ҡыуғыс, анемияла, йоҡоһоҙлоҡтан, ревматизмдан эсәләр.
Ромашканы «йөрәк сәйе», тиҙәр. Ҡан тамырында барлыҡҡа килгән төйөрҙән һаҡлай, грипп, һыуыҡ тейгәндә, ауырыған саҡта микробҡа ҡаршы көрәшә. Әлморон иммунитетты нығытыусы антиоксидант, флавоноид, С, К витамины һәм минералдар сығанағы ла булып тора. Әгәр ҡапыл ғына ҡыҙыл шарап эсеү теләге уянһа, әлморон төнәтмәһен эсергә мөмкин. Етмәһә ул диареяға ла ҡаршы көрәшә.
Туҡранбаш (клевер) сәйен баллап эскәндә йүткереүҙән, бауыр ауыртыуынан, ҡатын-ҡыҙҙар һыҙланыуынан ярҙам итә. Шәкәр диабетынан да эсергә була, тик был саҡта балдан баш тартығыҙ.
Рауза сәйе кәйефте күтәрә, вирусҡа ҡаршы көрәшә, иммунитетты нығыта. Был сәй төнәткәндән һуң тиҙ генә тәмен юғалта, шуға ла рауза таждарынан әҙерләнгән сәйҙе һыуынғас эсергә ярамай.
Лимонлы бөтнөк сәйе ашҡаҙан менән бәйле ауырыуҙарҙан ярҙам итә, тыныслыҡ өҫтәй, йоҡоно яҡшырта, һыҙланыуҙы баҫа, иғтибарҙы арттыра.
Фенхель (тамыры, орлоҡтары). Аш һеңдерергә, эстәге һауаны бөтөрөргә ярҙам итеүсе мөғжизәле сәй. Уны хатта яңы тыуған сабыйҙарға ла эсерәләр. Шулай уҡ йүткереүҙән, һыуыҡ тейгәндән, отиттан (ҡолаҡ һыҙлауы) ярҙам итә.
Еләк япраҡтары хуш еҫле йәйҙе генә хәтерләтеп ҡалмай, ҡанды таҙарта, тынысландыра, һаулыҡты нығыта. Был сәйгә кипкән еләктәрҙе лә ҡушырға мөмкин.
Читайте нас в