Бер ҡап аҡмайҙы иртүк йомшартырға алып ҡуйҙым. Йомшарған майға өс йомортҡаның ағы, өс аш ҡалағы шәкәр, өс аш ҡалағы кибет ҡаймағы һалып болғаттым. Он, ванилин, ҡамыр йомшартҡыс һалдым. Ҡамырҙы баҫып (ныҡ ҡаты итмәй генә) өс өлөшкә бүлдем һәм ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торҙом. Сиратлап алып йәйеп рогаликтар яһаным. Эслек өсөн йөҙөм ҡулландым.
Тел йоторлоҡ тәмлекәс килеп сыҡты, һеҙ ҙә бешереп ҡарағыҙ!