Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
2 Март 2021, 17:53

Гөлназ Ишемғолованан тәмлекәстәр

#Гөлназ_Ишемғолованан_тәмлекәстәр Өҫтәлегеҙ мул һыйлы, күңелегеҙ йырлы булһын, дуҫтарым!

Туңдырғыстан тауыҡтың аҡ итен, туңған кукуруз, бәшмәкте сығарайыҡ. Итте иреткәс, сайҡап, салфетка менән ҡоротабыҙ. Шунан матур ғына итеп киҫәктәргә бүлеп, шыптыр менән ҡаплайбыҙ ҙа, ит туҡмағыс менән һуҡҡыслап сығабыҙ. Аҙаҡ тоҙлап-борослайбыҙ. Әйткәнем бар инде, мин бөтә нәмәгә лә паприка ҡушам.

Ит ятып торһон, йәһәт кенә табала бәшмәк менән кукурузды, һуғанды ҡыҙҙырып алайыҡ. Әгәр маринадлы бәшмәкте һалаһығыҙ икән, шулай уҡ саҡ ҡына ҡыҙҙырып алығыҙ. Шунан, майлы табаға итте теҙәбеҙ, өҫтөнә бәшмәкле-кукурузлы-һуғанлы тәмлекәсте, бер нисәһенә помидор ҙа телеп һалабыҙ, уның өҫтөнә мул ғына итеп ҡырғыстан үткәрелгән сыр һалабыҙ ҙа, өҫтөн ҡурғаш менән ҡаплап (улайтмаҫҡа ла була, тик мин шулайтам) алдан тоҡандырылған мейескә ултыртабыҙ.

Әйткәндәй, майонез да һалырға була, тик мин һуңғы мәл майонезды һирәк тотонам. Итте ҡырҡ минут тирәһе үтә ҡыҙыу булмаған мейестә бешерәбеҙ, аҙаҡ ҡурғашын алып өҫтөн ҡыҙартып алабыҙ. Ә инде гарнирға - картуф иҙмәһе.
Читайте нас: