Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
6 Май 2021, 11:05

Ҡаҙ майында холестерин юҡ

Уны файҙалы үҙенсәлектәре буйынса зәйтүн майына тиңләйҙәр. Ул Омега - 3 һәм Омега - 6 май кислоталарына бай, матдәләр алмашыныуын яҡшырта.

Ҡаҙ, өйрәк итен ашамаған кешеләр бар, хатта бәғзе берәүҙәр уларҙың майын ташлай. Имеш, зарарлы, холестерин күп. Был, ысынлап та, шулаймы?
Ҡаҙ, өйрәктең ите майлы булғанға диетик һаналмай. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың файҙаһы ҙур. Өйрәк итендә тимер һыйырҙыҡынан ике тапҡыр күп. Ул гемоглабинды күтәрә. Аҙ ҡанлылыҡтан яфаланған өлкән йәштәгеләргә көн һайын бер киҫәк өйрәк йәки ҡаҙ ите ашарға кәрәк. Өйрәктә А витамины – тире торошон, күҙ күремен яҡшырта, цинк иммунитетты күтәрә, селен ҡалҡан биҙгә файҙалы.
Өйрәк майы организмды канцероген матдәләр, токсиндарҙан таҙарта. Уның майында һыйырҙың эс майына ҡарағанда калориялылығы түбәнерәк. Уны файҙалы үҙенсәлектәре буйынса зәйтүн майына тиңләйҙәр. Ул Омега - 3 һәм Омега - 6 май кислоталарына бай, матдәләр алмашыныуын яҡшырта.
Ҡаҙ ите – тимер һәм аҡһым сығанағы. Италия ғалимдары ҡаҙ ите ашаған кешеләрҙең йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан, яман шештән һаҡланыуын иҫбатлаған. Протеин һәм тимергә бай булыу сәбәпле, гемоглабинды күтәрергә булыша. Ул ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға ла бик файҙалы. Өс йәштән ҙурыраҡ балаларға ҡаҙ ите бирә башларға кәрәк. Унда В витамины күп, организмды токсиндарҙан таҙарта, нервы системаһын нығыта. Баш мейеһе, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына файҙалы.
Ҡаҙ майында холестерин юҡ тиерлек. Ундағы май кислоталары, киреһенсә, холестеринды кәметергә булышлыҡ итә. Ҡаҙ майы юғары температурала ла молекуляр структураһын һаҡлай, еңел үҙләштерелә, йөрәк-ҡан тамырҙарына зыянлы түгел. Ҡаҙ майы оргаизмдың иммунитетын нығыта торған препараттар составына ла инә.
Читайте нас: