Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
30 Май 2021, 09:40

Кесерткәндән щи

Тауыҡ һурпаһында еңел генә әҙерләнә торған ғәҙәти блумаған аш төрө, рационығыҙҙы төрлөләдереп ебәрергә мөмкинлек бирә.

Кесерткәндән щи
Еңел генә әҙерләнә торған ғәҙәти блумаған аш төрө, рационығыҙҙы төрлөләдереп ебәрергә мөмкинлек бирә.
Кесерткән ашы тәмле килеп сыҡһын өсөн йәш кесерткәндәрҙе генә һайлап алырға кәрәк. Кесерткәнде тауыҡ, һыйыр ите һурпаһына өҫтәп бешререгә була. Бөгөн тауыҡ һурпаһы менән кесерткәндән щи әҙерләү рецебы тәҡдим итәбеҙ.
Әҙер ашты табынға биргәндә тәрилкәгә тауыҡ ите киҫәген йәки ҡабығы менән бешерлгән йомотҡаны әрсеп һалырға мөмкин.
Кәрәк буласаҡ: ике йөҙ гармм самаһы йәш кесерткән, бер ике баш һуған, үҫемлек майы, сельдерей һабағы, тауыҡ һурпаһы, картуф, һарымһаҡ, тоҙ.
Әҙер тауыҡ һурпаһын утҡа ҡуйығыҙ, ҡайнай торһон. Картуфты бәләкәй шаҡмаҡ киҫәксәләр рәүешендә турарға, Кесерткәнде тәүҙә ҡайнар һыуға тығып алып, бер аҙ һалҡын һыуҙа тотҡандан һуң ваҡ ҡына итеп турарға. Һуған, сельдерей, һарымһаҡты ла ваҡ ҡына итеп турап майҙа ҡыҙҙрып алырға. Һурпа ҡайнап сыҡҡас, картуфты һәм әлеге ҡыҙҙырылған массаны өҫтәп, бер ун биш–егерме минут бешерергә. Картуф тулыһынса бешеп өлгөрмәҫ элек һурпаға үк тоҙ, борос, туралған кесерткәнде өҫтөргә. Һәм тағы ла бер нисә минут көтөргә. Аштарығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: