Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
8 Июнь 2021, 23:05

Ғәзизде балыҡ харап итә яҙҙы

Паразиттар тейешенсә эшкәртелмәгән (киптерелгән, еңелсә тоҙланған, ыҫланған) балыҡтан күсә.

Шап-шаҡтай йөрөгән Ғәзиздең хәле көндән-көн мөшкөлләнде. Табиптар тәүҙә дөрөҫ кенә диагноз ҡуя алмай аҙапланды. Баш ҡала дауаханаһына килгәс кенә уның бауыры етди зарарланыуы, был сирҙең описторхоз тип аталыуы билдәле булды. Иргә ҡатмарлы операция эшләнеләр. Оҙаҡ ҡына дауаланғандан көскә аяҡҡа баҫты Ғәзиз. Хәҙер ул ауыр эшкә ярамай.
Табиптар билдәләүенсә, описторхоз – яҫы селәүсендәр килтереп сығара торған гельминтлы сир. Паразиттар бауыр, үт ҡыуығы, ашҡаҙан аҫты биҙе һәм башҡа эске ағзаларға зыян килтерә, дауаланыу оҙаҡҡа һуҙыла.
Паразиттар тейешенсә эшкәртелмәгән (киптерелгән, еңелсә тоҙланған, ыҫланған) балыҡтан күсә. Йылға балығы (бигерәк тә карп һымаҡтар) ҡурҡыныс, суртан был яҡтан таҙа балыҡ иҫәпләнә. Мәрйен һымаҡтар (осетр), сөләймән балығы, диңгеҙ балыҡтарын ҡурҡмайынса ашарға була.
Описторхоз үҙен оҙаҡ ваҡыт һиҙҙермәй. Уның билдәһе личинкалар үрсегәндән һуң ғына башлана.
Читайте нас: