Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
10 Июнь 2021, 08:45

Бөгөн - Халыҡ-ара туңдырма көнө

Бәй, был бүлмәлә беҙҙең кеүек балалар тағы ла бар икән дәһә. Уларҙың ҡайһылары – иҙәндә, ҡайһылары рәшәткә менән бүленгән урындыҡта ултыра. Киноларҙа күргәнем бар ине минең бындай балаларҙы. Урам балалары тип йөрөтәләр үҙҙәрен, сәстәре тасайға алынған була. Быларҙың да араларында шундайҙар бар. Миңә эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Был бит милиция бүлмәһе – ҡурҡыныс уй мейене ярып үтте.

Туңдырма
Миңә биш-алты йәштәр самаһы булғандыр. Атайым, әсәйем менән ҡалаға китеп барабыҙ. Автобус тәҙрәһе аша йылп-йылп итеп ҡалған ағастарға, электр баға¬наларына күҙ эйәрмәй. Эх, тиҙерәк барып етеп, туйғансы туңдырма ашар инем. Уның тәмлелеге... Тел осонда тәмлекәстең тәмен тойғандай булдым. Әллә ниңә беҙҙең ауылда һатмайҙар, вәт, һыйланыр инек...
Бына килеп тә еттек. Бейек йорттары, әллә күпме машиналары менән сәйер ҙә, ҡыҙыҡ та икән ул ҡала тигәндәре. Ташлы тигеҙ юлдан әллә атлайым, әллә юҡ. Аяҡтарым үҙенән-үҙе шыуа кеүек. Ауылдағы үлән йәки соҡор-саҡыр аша үтеү түгел инде.
Атайымдың бер туған һеңлеһе – Фәриҙә апай йәшәй бында. Уларҙың фатиры миңә бик ҡыҙыҡ күренде, бүлмәләренең күплеге... Ҙурында төптә ялтыр һандыҡ ултыра. Ауылдағы өләсәйемдәрҙекенә бер ҙә оҡшамаған ул. Һаҡ ҡына ҡапҡасын асып, төймәләренә бармаҡтарымды тей¬ҙереүем булды – даңғыр-доңғор итеп ҡалды. Ҡур¬ҡыуымдан йөрәгем табаныма төшөп киттеме ни?!
– Был – пианино тигән уйын ҡоралы. Лена туғаның унда уйнарға өйрәнә, – тине апайым. – Ул әле балалар баҡсаһында, хәҙер ҡайтып етерҙәр.
Йылтыр-йолтор тышлы кәнфиттәр, ят-ят тәмлекәстәр менән сәй эсеп бөтөүгә атаһы менән Лена ла ҡайтып инде. Ул – түңәрәк йөҙлө, ҡупшы кейемле матур ҡыҙ. Сәсе ҡыҫҡа ғына итеп киҫелгән. Үҙемдең оҙон толомдарыма ҡарап, көрһөнөп ҡуй¬ҙым. «Минең дә сәсем Ленаныҡы кеүек булһын ине», – тип хыялланып та алдым. Юҡһа, йыуып киптереүе, тарап-үреүе – үҙе бер бәлә.
Беҙ Лена менән тышта уйнарға рөхсәт һораныҡ.
– Подъезд эргәһендә генә йөрөгөҙ, йыраҡҡа китеп ҡуймағыҙ, – тип ҡат-ҡат киҫәтте ололар.
Ваҡ ҡына ҡомда төрлө һындар яһап уйнарға тотонған һеңлемә ҡарап:
– Лена, әйҙә, туңдырма алайыҡ. Минең уны бер ҙә ашағаным юҡ, – тинем.
Бер йәшкә бәләкәй һеңлемдән үҙемде йәлләтергә тырышыуым, әлбиттә.
– Әйҙә, мин туңдырманы ҡайҙа һатҡандарын беләм, – тине ул ышаныслы тауыш менән.
Беҙ етәкләшеп ҡала урамы буйлап атлайбыҙ. Уҙып барыусы кешеләрҙең ҡай-һылары беҙгә сәйерһенеп ҡарай.
– Ҡасан барып етәбеҙ инде, – тинем мин Ленаға. – Аяҡтар талды, туңдырма шулай йыраҡта һатыламы ни?
– Хәҙер, хәҙер, – ти ул, ҡулымды ҡыҫып тотҡан килеш атлауын дауам итеп.
Әллә күпме бормалы юлдар, урамдар аша бара торғас, ысынлап та, туңдырма һатып торған апайға юлыҡтыҡ.
– Бына, таптыҡ, – тине Лена.
Тик шул ваҡыт ҡына кеҫәлә бер тин дә булмауы иҫкә төштө.
– Беҙҙең бит аҡсабыҙ ю-ю-юҡ, – тинем мин иларға етешеп.
Шул тиклем туңдырма ашағым килә, анау тиклем ара үтеп, инде таптым, тигәндә генә, эх... Тәнем ҡалтыраны, күҙ йәштәремә быуылдым. Һеңлем янында хәлемде күрһәтмәҫ өсөн ситкә боролдом.
Өйгә ҡайтыр юлды, күпме генә эҙләһәк тә, тапманыҡ. Бөтә өйҙәр ҙә, урамдар ҙа бер иш кеүек.
– Апай, беҙ аҙаштыҡ, шикелле, – тине Лена ҡурҡыу ҡатыш йәшле күҙҙәре менән миңә ҡарап.
Икәүләшеп иларға керештек. Мин бигерәген туңдырма ала алмағанға нығыраҡ һыҡтайым төҫлө. Беҙҙең янға халыҡ йыйылды. Эңер төшөп килгән мәл.
Бер ят апай беҙҙе етәкләп алып китте. Ҙур йорттағы бер бүлмәгә алып инеп, шунда ҡалдырҙы. Етди ҡарашлы апай һорауҙар бирә башланы. Мин әллә ни урыҫса аңламаһам да, уның исем-фамилияны һорауҙарына сатнатып яуап бирҙем. Ҡайһы ауылдан килгәнемде лә әйттем.
Лена йәшәгән адресын әйтә алманы – бәләкәй бит әле. Уның да исем-фамилияһын яҙып алғас, беҙгә ултырып торорға ҡуштылар.
Бәй, был бүлмәлә беҙҙең кеүек балалар тағы ла бар икән дәһә. Уларҙың ҡайһылары – иҙәндә, ҡайһылары рәшәткә менән бүленгән урындыҡта ултыра. Киноларҙа күргәнем бар ине минең бындай балаларҙы. Урам балалары тип йөрөтәләр үҙҙәрен, сәстәре тасайға алынған була. Быларҙың да араларында шундайҙар бар. Миңә эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Был бит милиция бүлмәһе – ҡурҡыныс уй мейене ярып үтте. Харап булдыҡ бит! Ниңә әсәйҙәрҙе тыңламаныҡ, ниңә сығып киттек. Туңдырма, имеш... Хәҙер беҙҙе нимә көтәсәк, әгәр алып китһәләр? Әсәйем беҙҙе табырмы? Әгәр тапмаһа... Беҙ ҙә енәйәтсе булып сығабыҙ түгелме? Шулай, ололарҙы тыңламағас.
Улар беҙҙе күптән эҙләй торғандыр инде, ни ҡылырға белмәйҙәрҙер. Бахыр әсәйем, атайым...
Әллә ҡурҡыуҙан, әллә өшөүҙән тағы ҡалтырай башланым.
– Беҙҙе хәҙер машина менән балалар йортона алып китәләр, – тине Лена шым ғына. – Һөйләшкәндәрен ишеттем.
Теҙ быуындарым йомшарҙы. Был бүлмәнән сығып ҡасҡым килде. Тик булмай шул – тышта ҡараңғы, ят ҡала. Тәҙрәгә ҡараным – төрлө төҫтәр менән балҡыған йорттарҙа бына беҙҙең кеүек балалар рәхәтләнеп уйнайҙыр, йә булмаһа, киске аш ашайҙыр, ә, бәлки, туңдырмалыр. Тиҙерәк өйгә, атай-әсәй янына ҡайтҡым килде.
Ҡапыл ишек асылып китте. Унан әсәйем менән Фәриҙә апайым күренде. Беҙ уларҙың ҡосағына ташланып:
– Туңдырма ғына алырға уйлағайныҡ, – тип йәнә иларға тотондоҡ. Тик был юлы шатлыҡтан, әсәйҙәр менән осрашыу ҡыуанысынан.
Бер нисә ҡағыҙға ҡул ҡуйҙырып, беҙҙе әсәйҙәргә тапшырҙылар. Трамвай тигән ирмәк кенә машинаға ултырып ҡайтырға сыҡтыҡ. Йәйге, йылы кис. Тәҙрә аша бал¬ҡыған йорттарға ҡарап, туңдырма ялап барам...
Был мажарабыҙға әллә күпме ваҡыт үтеп китте. Хәҙер туңдырмаларҙың ниндәйе генә юҡ. Ҡалала ғына түгел, ауыл магазиндарында ла тулып ята улар. Тик бала саҡта ашаған туңдырмалар тәмлерәк кеүек ине. Шул саҡтарҙы һағынам.
Авторы: Минира БИКӘНӘСОВА.
Читайте нас: