Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
25 Август 2021, 18:20

Ҡышҡылыҡҡа шәп тәмләткес

Ҡыштарын, һыуыҡ тейә һалып барған ваҡытта, бик елле генә ризыҡ - хреновина тап-тамам!. Шуның өсөн хәҙерҙән алдан әҙерләп ҡуйыу кәрәк. Әҙерләү ысулы:

Ҡыштарын, һыуыҡ тейә һалып барған ваҡытта, бик елле генә ризыҡ - хреновина тап-тамам!. Шуның өсөн хәҙерҙән алдан әҙерләп ҡуйыу кәрәк.

🌱 Хренодёр! 🍅🍅🍅

2 кг.помидор
200г.һарымһаҡ ( чеснок)
200г.хрен
2 аш ҡалағы тоҙ
1 сәй ҡалағы ыуаҡ ҡыҙыл көслө борос
1 сәй ҡалағы ҡараборос

Әҙерләйбеҙ:

1. Хрен тамырын яҡшы итеп таҙартабыҙ, йыуабыҙ һәм тураҡлайбыҙ.
2. Һарымһаҡты таҙалайбыҙ
3. Ит турағыс аша хрен һәм һарымһаҡты үткәрәбеҙ
4. Помидорҙарҙы йыуып тураҡлайбыҙ һәм шулай уҡ ит турағыс аша үткәрәбеҙ
5. Бөтәһен дә бергә ҡушып болғайбыҙ, помидорҙы, хрен һәм һарымһаҡты. Тоҙ, боростарҙы ҡушып болғайбыҙ.
5. Әҙер булған хренодёрҙы стерильный банкаларға тултырабыҙ һәм таҙа ҡапҡастар м-н ныҡлап ябып ҡуябыҙ.
Бик оҙаҡ һәм яҡшы һаҡлана.

#Гульгина_Байзигитова
#Гөлгөнә_Байегетова#аш_һыу

Ҡышҡылыҡҡа  шәп тәмләткес
Ҡышҡылыҡҡа шәп тәмләткес
Автор:
Читайте нас: