Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
26 Октябрь 2021, 15:10

Ағастарҙы ҡасан киҫергә?

Көҙ көнө ботаҡтарҙа һут хәрәкәте туҡталмаған була, төнгө һәм көндөҙгө температура араһында айырма бик ҙур.

Ағастарҙы ҡасан киҫергә?
Ағастарҙы ҡасан киҫергә?

Көҙөн, баҡса эштәре кәмеүгә, баҡсасылар ағастарҙы киҫә башларға тырыша. Иҫегеҙҙе тотоғоҙ: көҙ айҙарында былай эшләргә ярамай. Бының бер нисә сәбәбе бар.Көҙ көнө ботаҡтарҙа һут хәрәкәте туҡталмаған була, төнгө һәм көндөҙгө температура араһында айырма бик ҙур. Көҙөн ямғырҙар йыш яуа, тап шуға ла еүеш ботаҡтарҙы киҫергә ярамай, сөнки ул төрлө ауырыуҙар таралыуға сәбәпсе була. Был мәлдә ағастың ҡороған, күп йыллыҡ өлөштәрен генә киҫәләр.

Ағастарҙы формалаштырып киҫеү өсөн иң яҡшы ваҡыт – иртә яҙҙа, уны һут хәрәкәте башланғансы эшләп ҡалырға кәрәк.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: