Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
19 Ноябрь 2021, 14:25

Шоколадлы кекс

Бик еңел рецепт, дуҫтар. Йылы һыуға барыһын ҡушып болғатырға ла, иң аҙаҡтан он менән какаоны иләп ҡушырға.

ШОКОЛАДЛЫ КЕКС 🍫 

#Уңған_килендән_рецепттар


📌200 мл йылы һыу
📌130 г шәкәр
📌80 г бал (джем)
📌80 мл көнбағыш майы
📌40 г какао
📌2/3 балғалаҡ сода
📌семтем тоҙ
📌1 стакан он (200 г)

Бик еңел рецепт, дуҫтар. Йылы һыуға барыһын ҡушып болғатырға ла, иң аҙаҡтан он менән какаоны иләп ҡушырға. Теләгәндә шоколад, сәтләүек өҫтәргә була.
Ҡамырҙы формаға ҡойоп, 180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 40 минут бешерергә. Шырпы төртөп тикшерергә онотмағыҙ😉
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
___________

Зөбәржәт Утарбаева. 

Фото: Зөбәржәт Утарбаеваа. 

Шоколадлы кекс
Шоколадлы кекс
Автор:
Читайте нас: