Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
24 Ғинуар 2022, 08:55

Сәй табыны батшаһы - башҡорт ҡоймағы!

Ҡояштай ҡоймаҡ ҡоям — һары майға сумдырам. «Донъя — яйы менән, ҡоймаҡ — майы менән»Башҡорт ҡоймағы тураһында нимә беләбеҙ?

Ҡоймаҡ — башҡорт милли кухняһының органик өлөшө. Уның рецебында малсылыҡ һәм игенселек кәсебе элементтары ла бар.

Ҡоймаҡ ондан әҙерләнгән тәүге ризыҡ булыуы ихтимал һәм уның тамырҙары бик боронғо. Ҡоймаҡтың төрҙәре Евразияның славян, төрки, фин-уғыр кеүек барлыҡ халыҡтарында ла бар.

Ҡоймаҡтың этимологияһы. Башҡорт милли ризығының исеме "ҡойоу" тигән һүҙҙән алынған. Ҡыҙған табаға шыйыҡ ҡына ҡамырҙы ҡояһың, әйләндереп икенсе яғын да бешереп алаһың һәм ҡоймаҡ әҙер. Ҡамыр аштарын башҡаса ла бешергәндәр, әммә улар икенсерәк аталған. Мәҫәлән, көлгә күмеп бешерелгән икмәк — көлсә.

Ҡоймаҡ күсмә халыҡтарҙың ҡамырҙан әҙерләнгән тәүге ризығы булырға тейеш. Совет филологы, антик дәүер тарихсыһы Соломон Лурьеның башҡорттарҙың нисек "асх ағасы һутынан ҡабартма бешереүе" хаҡында боронғо грек тарихсыһы Геродот яҙмаларында бар тигән фекере йәшәй.

"Башҡорттарҙың рационында элек-электән башаҡлы иген культуралары булған. Башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән халыҡ һаналһалар ҙа, игенселекте лә ят күрмәгәндәр", - тигән Икенсе Ырымбур экспедицияһы етәксеһе Иван Лепехин (XVIII быуат).

Этнограф Светлана Шитова яҙыуынса, боронғо башҡорттар ҡоймаҡты тары ярмаһы ҡушып ҡойған. Тары ярмаһы Башҡортостанда археологик ҡаҙылмалар ваҡытында ла табылған. Тарынан ҡойолған ҡоймаҡтар башҡорт фольклорында ла осрай.

"Йомро-йомро йомғағым" башҡорт халыҡ әкиәтендә әбей йомғаҡ эҙләп үҙенә килеп ингән ике ҡыҙға ҡоймаҡ ҡойоп ашатырға ҡуша. Әкиәттә был эштең нескәлектәре лә һүрәтләнгән. Кире образдағы ҡыҙ арлы-бирле, сейле-бешле итеп бешерә, ә уңған ҡыҙ Гөлбикә, тары ярмаһын ентекләп төйөп, бер бөртөк төйөр ҙә ҡалдырмай туғып, телде йоторлоҡ ҡоймаҡтар ҡоя.

Ҡорбан, Ураҙа байрамдары, Ҡөрьән аштары — береһе лә ҡоймаҡһыҙ үтмәй башҡорттарҙа. Еңел әҙерләнеүе, хуш еҫе, ябай ҙа, туҡлыҡлы ла булыуы менән был ризыҡ үҙенә тартып тора. Шуға күрә, байрам өҫтәлдәренә лә, көндәлек тормошта ла йыш ҡойола ҡоймаҡ. Яҙ еткәс, Ҡарға бутҡаһына ла, кәкүк сәйенә лә ҡоймаҡ ҡойоп алып сығалар. Ә ҡырҙа бешерелгән бутҡаның ҡалдыҡтарын һәм ҡоймаҡтарын ағас ботаҡтарына һылап китәләр. Улар ҡоштарға ризыҡ була.

Тулыһынса башҡорт табынының күркәм һәм боронғо ризығы тураһында "Китап" нәшриәте әҙерләгән лонгридтарҙа: https://kitaplong.ru/kaymak_bash

Фото: Ғәзиз Йосопов (Газиз Юсупов)

Сәй табыны батшаһы - башҡорт ҡоймағы!
Сәй табыны батшаһы - башҡорт ҡоймағы!
Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас: