Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
26 Февраль 2022, 17:32

ҘУР БӘЛЕШ

Аштарығыҙ тәмле, тормошоғоҙ ҡотло, яратҡан кешеләрегеҙ һәр саҡ янығыҙҙа булһын, дуҫтарым!

ҘУР БӘЛЕШ
ҘУР БӘЛЕШ


ҠАМЫР: 4 ҡалаҡ ҡаймаҡ + 200 гр. аҡ май + ярты стакан ойоған һөт (кефир) + 2 ҡалаҡ көнбағыш майы + бер балғалаҡ тоҙ + 2 балғалаҡ шәкәр + 1 йомортҡа + ярты балғалаҡ сода (һеркәлә, йә ҡайнар һыуҙа һүндереп алырға) + он = барыһын бергә болғап, кинәндергәнсе ҡамыр баҫырға. Йомшаҡ ҡына, һығылмалы ғына булһын!

ЭСЛЕК: 500 гр. фарш (ваҡ ҡына туралған тауыҡ ите лә мөмкин) + 5-6 эре бәрәңге + 2-3 баш һуған + тоҙ + борос + тәмлекәстәр = барыһын да ваҡ ҡына итеп турап, болғатырға.

ҺУРПА: 100 гр. һыу + ус аяһындай ҡаҙ майы + семтем тоҙ = ҡайнатырға.

Ҙур бәлеште сөгөн табала бешереү яҡшы. Ҡамырҙы тағы бер ыуғылап алғас, өс өлөшкә бүләбеҙ. Ҙурыраҡ өлөштө майлы табаға йәйеп, эслекте һалабыҙ. Бәләкәсерәк йәймә менән өҫтөн ҡаплайбыҙ. Әгәр биҙәкләп, матур нағыштар менән бешерергә теләһәгеҙ, өҫкө йәймәләрҙе йоҡа ғына итеп икәүҙе эшләгеҙ.

Уртаһын тишеп, ҡапҡас эшләргә онотмағыҙ, сөнки бер сәғәт тирәһе бешкәндән һуң, ҡапҡасты асып һурпа ҡойорға кәрәк. Ҡапҡас ҡуйылаһы урынды көнбағыш майы менән майлап ҡуйһағыҙ, йәбешмәйәсәк.

Бәлештең өҫтөнә иретелгән май һөртөп, алдан ҡыҙҙырылған 200 градуслы мейескә бешерергә ҡуябыҙ. Өҫтө ҡыҙара башлағас, һурпа ҡоябыҙ ҙа, пергамент ҡағыҙ менән ҡаплайбыҙ - бәлешебеҙ көймәйәсәк. Иттең ниндәй булыуына ҡарап, 1 сәғәт ярым, йә 2 сәғәт тирәһе бешергә тейеш!

Бешеп сыҡҡас, өҫлөгөн киҫеп асығыҙ!

Светлана Насырова.

Автор:
Читайте нас: