Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
21 Август 2022, 17:20

СЕЙӘ БӘЛЕШЕ

Сейәнән ауыҙҙа иреп кенә торған бәлеш рецебын һалайым әле.Беҙгә кәрәк: 2-3 йомортҡа, 1 стакан шәкәр...

СЕЙӘ БӘЛЕШЕ
СЕЙӘ БӘЛЕШЕ

еҙгә кәрәк: 2-3 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 1 стакан магазин ҡаймағы, 2 стакан он, әҙерәк ванилин, 1 ҡап ҡамыр йомшартҡыс (2 сәй ҡалағы); 1 стакан сейә (ҡарағат, ҡурай еләге, ер еләге лә һалырға мөмкин)

*1 стакан - 200 г

✔Йомортҡалар менән шәкәрҙе ағарғансы туғып, ҡаймаҡ, ванилин ҡушабыҙ. Ҡамыр йомшартҡыс менән ондо иләп өҫтәйбеҙ ҙә ҡамырҙы яҡшылап болғатабыҙ.
Сейәне төшөнән таҙартып, бәлештең өҫтөн матурлап биҙәйбеҙ. 180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 40 минут бешерәбеҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

 Зөбәржәт Утарбаева.

#Уңған_килендән_рецепттар#рецепты_от_Унган_килен

Автор:
Читайте нас: