Бәләкәйҙән аш-һыуға оҫта Фәһимә апай Бөрйән районы) бешергән ризыҡтарын матур итеп биҙәргә, өҫтәлгә зауыҡлы итеп ҡуйырға ярата. Яҡындарының, туғандарының туйҙарында һый-хөрмәткә, ризыҡ-ниғмәткә бай табын ойоштороуын күреп, телде йоторлоҡ бәлештәренән ауыҙ иткән башҡа ҡунаҡтар уға аҙаҡ яйлап заказ менән мөрәжәғәт итә башлайҙар. Шулай башланып китә лә инде уның тәмле-татлы тормошо.
Бәлештәрҙең төрлөһөн, пицца, «Ҡырмыҫҡа иләүе»н, сәк-сәктәрҙе, духовкала быҡтырылған тауыҡты, төрлө салаттарҙы һораусыларға ихлас күңелдән әҙерләп бирә ул. Туйҙар, юбилейҙар өсөн күберәк «Фәрештәнең күҙ йәше» бәлеше, шоколадлы бәлештәр, сәк-сәк, бауырҙан торттар һорайҙар икән. Ҙур табындарҙы ойошторорға, ҡунаҡтарҙы хеҙмәтләндерергә лә һорап саҡыралар уны. Унда, ғәҙәттә, үҙе кеүек оҫталар Әнисә Көмөшбаева, Гүзәлиә Мөфтәхетдинова менән бергә йөрөйҙәр.
- Аш-һыу бүлмәһендә мин үҙемде үҙ донъямда итеп тоям. Бешеренергә шул хәтлем ныҡ яратам. Күңелемә яҡын булғас, был эштең бер ауырлығын да күрмәйем, йырлай-йырлай ҡамыр ҡуям, бар күңелемде биреп бешерәм. Заказдар булмаған көндәрҙә ниндәйҙер бушлыҡ тойғоһо ялмап ала, ҡайһылыр эшем эшләнмәй тороп ҡалған һымаҡ була. Бешеренгән ваҡытта мәшәҡәттәрҙән, насар уйҙарҙан бер аҙ онотолоп, арынып тораһың, кәйефтәр күтәрелеп китә. Ғөмүмән, ризыҡ әҙерләгәндә яҡшы уйҙарҙа ғына булырға кәрәк. Көйәләнеп йөрөгәндә ашыңдың уңмауы ла бар.
Аш-һыуға һөйөү миңә бәләкәйҙән килгәндер ул. Мин 10 балалы ғаиләлә үҫтем, 2-се баламын. Шуға ла күпселек эш минең елкәгә төштө. 4-5-се кластарҙа ғына уҡығанда ҡамыр баҫып, үҙем ут яғып, икмәк бешергәнем, һалма йәйгәнем хәтерҙә.
Тәүге һөнәрем һатыусы минең. Һөнәрселек училищеһын тамамлап, хеҙмәт юлымды магазинда башланым. Аҙаҡ кулинар-ашнаҡсыға уҡып алдым, шуның буйынса тағы ла төрлө курстар үттем. 3-сө разрядлы ашнаҡсымын. 2005 йылдан 2011 йылға тиклем һөнәрселек училищеһында повар булып эшләнем, – ти Фәһимә Нәғим ҡыҙы. Әлеге ваҡытта ул башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһының ашнаҡсы ярҙамсыһы булып 5-се йыл эшләй. Иртәнге сәғәт 9-сы яртынан алып киске 6-сы яртыға тиклем барған төп эшенән һуң уҡыусы балаларын түңәрәктәргә йөрөтөп тә өлгөрә, уларҙың дәрестәрен ҡарашып бөткәс кенә тотона заказдарына. Төнгә тиклем, ҡайһы берҙә таң атҡансы аш-һыу бүлмәһендә йөрөргә тура килһә лә, кешегә кәрәкле, файҙалы булыуы өсөн ҡыуана, уларҙың рәхмәттәрен ишетеү арыуҙарын юҡҡа сығара.
Гөлизә ХАФИЗОВА.
Сығанаҡ: "Таң" гәзите.