Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
26 Ноябрь 2022, 14:05

Ялдарҙа шоколадлы бисквит бешерҙем әле!

Бигерәк тәмле килеп сыҡты, рецебын һеҙгә лә тәҡдим итәм. Уны әҙерләү өсөн:

Ялдарҙа шоколадлы бисквит бешерҙем әле!
Ялдарҙа шоколадлы бисквит бешерҙем әле!

Кәрәк буласаҡ:
1 стакан он;
1 стакан шәкәр ҡомо;
Ярты стакан какао;
2 йомортҡа;
50 гр. көнбағыш майы;
1 пакет (11 г. ) йомшартҡыс (разрыхлитель) һәм 1 аш ҡалағы ванилин

Әҙерләү:
Он, шәкәр, йомшартҡыс, ванилин, какаоны бергә ҡушып, өҫтөнә һөт ҡойорға һәм көнбағыш майы өҫтәргә;
Йомортҡаны миксер ярҙамында болғатырға һәм ҡамырға ҡушҡас, һәйбәт итеп туҡырға
180 С ҡыҙыулығындағы мейестә 30-45 минут тоторға.
Өҫтөн глазурь йәки шоколад онтағы менән биҙәргә
Сәйегеҙ тәмле булһын!

Автор:
Читайте нас: