Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
25 Декабрь 2022, 13:35

Ҡайнатмалы бәлеш

Шул сәй янына беҙ тәҡдим итәсәк татлы бәлеш рецебы бик тә ярап ҡалыр, тибеҙ.

Ҡайнатмалы бәлеш
Ҡайнатмалы бәлеш

Ҡапыл ғына таныш йә туған «һиңә инеп сығырға ине» тип шылтыратһа, йүгереп барып сәй ҡуябыҙ. Шул сәй янына беҙ тәҡдим итәсәк татлы бәлеш рецебы бик тә ярап ҡалыр, тибеҙ. Был рецепт үҙе үк бешереүсеһенең ҡунаҡ һыйларға ашыҡҡанлығын белдереп тора. Уҡый бара беҙҙең нилектән шулай тип яҙғанды аңларһығыҙ.

Тимәк, шәп кенә әҙерләнә торған бәлеш өсөн кәрәк буласаҡ:
 
3 йомортҡа,
200 мл һөт,
90 мл көнбағыш майы,
400 г он,
200 г шәкәр,
1,5-2 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель),
1-1,5 стакан ҡуйы ҡайнатма (варенье) йәки джем.
 
Әле генә һыуытҡыстан алынған һалҡын йомортҡаларҙы шәкәр менән туғырға. Туғыуҙан туҡтамай ғына әҙләп көнбағыш майы, һөт өҫтәргә. Артабан он, ҡамыр ҡабартҡыс һалып, төйөрҙәре бөткәнсе яҡшылап туғырға. Ҡуйылығы ҡаймаҡ кеүек булһа, ҡамыр әҙер.
 
Табаға пергамент ҡағыҙын йәйеп майлайбыҙ, он һибәбеҙ ҙә, ҡамырҙың яртыһын һалабыҙ, артабан – ҡайнатма йәки джем һәм ҡамырҙың икенсе яртыһы. Өҫтөн ҡалаҡ менән һыйпап тигеҙләгәс,
 
180 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуябыҙ. Бер аҙ ваҡыттан мейесте 160 градусҡа кәметегеҙ һәм бәлеште 40-45 минут бешерегеҙ. Әҙер бәлештең өҫтөнә шәкәр пудраһы һибергә мөмкин.
Автор:
Читайте нас: