Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
21 Май 2023, 13:04

Мин бешергән бауырһаҡтың рецебен һорап яҙҙылар

Мин өләсәйемдән , әсәйемдән өйрәнгән боронғо рецеп буйынса бешерәм.

Мин бешергән бауырһаҡтың рецебен һорап яҙҙылар
Мин бешергән бауырһаҡтың рецебен һорап яҙҙылар
Мин өләсәйемдән , әсәйемдән өйрәнгән боронғо рецеп буйынса бешерәм.
Йомортҡалар өй температураһынла булырға тейеш.Макфа онон тотонам бауырһаҡҡа һәм злата или золатая семечка майы кәрәк була инде.
Йомортҡаларҙы туҡып алғас он ҡушып ҡулға йәбешмәҫлек итеп ҡамыр баҫам , шунан жгут яһайым да , бик эре итмәй генә ҡырҡып сығам йоморсоҡтар килеп сыға инде.Май ҡайнап сыҡмаҫ борон шул ҡырҡҡан йоморсоҡтарҙы төшөрөп ағас болғауыс менән яйлап ҡына болғата башлайым бауырһаҡтар өҫкә ҡалҡа башлағас шәберәк болғатаһың шунан үҙеңә оҡшаған төҫкә кергәнсе болғатып торһыңда һөҙөп алаһың.Май ҡайнап сыҡмаҫ борон һалыр кәрәк ҡайнар майға һалһаң бауырһаҡ ярылып ауыр булып бешә.Ҡыш көнө һауыт менән ҡар керетеп майҙы һыуытып алап икенсе партияһын бешерер өсөн.Йәй көнө һыуыҡ һыуға ултыртам май һыуына башлағас әҙерәк һыуыҡ һыу ҡушырға була тик ул сағында бауырһаҡ оҙаҡ бешә һәм тәме лә икенсе төрлөрәк була..
Мин шулай итеп бешерәм но минән оҫтараҡтар бар ул , улар ҙа үҙҙәренең бешереү оҫталыҡтары менән уртаҡлашһындар ине.

Миляуша Абдулхаева
 
Автор:
Читайте нас: