Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
16 Сентябрь 2023, 12:05

Ҡабаҡтан ниндәй ризыҡ әҙерләргә?

Бөтәһен дә бешереп тәмләп ҡарарға ҡабағым етәрме икән, тип ҡуйҙым хатта.

Ҡабаҡтан ниндәй ризыҡ әҙерләргә?
Ҡабаҡтан ниндәй ризыҡ әҙерләргә?

"Баҡса батшаһы ҡабаҡ. Нимә бешергә була?" тип һораным кисә ватсаптағы дуҫтарҙан. Әхирәттәр әллә күпме рецепт өйрәтте. Бөтәһен дә бешереп тәмләп ҡарарға ҡабағым етәрме икән, тип ҡуйҙым хатта.
Булмаһа, әхирәттәрҙең өйрәткәнен һеҙҙең менән дә уртаҡлашайым. Бәлки, кәрәге тейер.
1.Шул уҡ кисте күршем ҡабаҡтан манты бешереп сәйгә саҡырҙы. Иткә картуф урынына ваҡлап турап ҡабаҡ ҡушҡан, һуған һалған, тоҙ һәм ҡара борос менән тәмләгән. Ҡара борос менән ҡабаҡтың татлы тәме ныҡ килешә икән.
2. Ҡабаҡтан тағы ханума ла бешереп була икән. Эслеге былай әҙерләнә: үткәрелгән ит, ҡырылған картуф менән ҡабаҡ, тоҙ һәм ҡара борос
3. Ҡабаҡты турап, микроволновкала ҡаплап 15 минут тирәһе бешереп алырға ла, шунан табала ҡыҙҙырырға була икән тағы ла. Тәмләткестәрҙе үҙегеҙҙең самаға ҡарағыҙ.
4. Бер кило ҡабаҡҡа бер кило шәкәр һәм бер лимон иҫәбенә варенье ҡайнатырға була. Лимонды турап шәкәр, ярты стакан һыу менән сироп ҡайнатырға ла, ваҡлап туралған ҡабаҡты һалырға.
5. Ҡабаҡты киҫәктәргә турап, тары ярмаһы ҡушып бутҡа бешерергә мөмкин. 1ст. ярманы һыу һалып ҡайнатып сығарырға, күбеген алырға, ҡабаҡты һалырға һәм 3 ст. һөт, тәменсә тоҙ, шәкәр һалып бешереп алырға. Табынға аҡ май менән бирергә.
6.Аҡ май, һөт йәки һыу, тоҙ һәм сода менән сөсө ҡамыр баҫып бәлеш бешерергә мөмкин. Эслегенә ҡырғыстан үткәрелгән ҡабаҡ, бер ст. бүрттерелгән дөгө ярмаһы, шәкәр, йөҙөм, күрәгә менән ҡара емеш алына. Бәлештең ҡапҡасын ябыр алдынан эслегенә аҡ май турап һалырға онотмағыҙ.
7. Аш-пюре әҙерләп тә була. Ҡырғыстан үткәрелгән кишер менән туралған һуғанды ҡыҙҙырырға, тышын әрсеп помидор ҙа ҡушырға мөмкин. Шунан туралған ҡабаҡ һалырға, аҙаҡ тауыҡ һурпаһы ҡойоп, йомшарғансы бешерергә. Томат пастаһы, тоҙ, ҡара борос менән тәмләтергә. Ҡырғыстан үткәрелгән һарымһаҡ та ҡушырға мөмкин. Бешкән йәшелсәләрҙе блендер менән иҙергә. Аштың ҡуйылығына ҡарап, тағы һурпа өҫтәргә. Табынға туралған ит өҫтәп бирергә була. Рецепт өйрәткән әхирәтем был ашҡа бөтнөк(мята) үләне ныҡ килешә, тине.
Тағы ла ҡабаҡ һуты, запеканка, печенье һәм башҡа әллә күпме ризыҡтар әҙерләп була икән ҡабаҡтан.
Ә һеҙ ҡабаҡ яратаһығыҙмы?

Автор:
Читайте нас: