Тултырылған бәшмәкте төп ризыҡҡа ( бәрәңге, ҡарабойҙай, дөгө ярмаһына) ҡушып бирергә мөмкин. Был аш төрөнөң рецебы бик ябай:
- 1 кг. бәшмәк (шампиньон)
- 2 баш һуған
- 1 кишер
- тоҙ, борос
- зәйтүн майы
- сыр
- укроп, петрушка
- помидор
Иң беренсе бәшмәктәрҙе йыуып, эшләпәһенән аяҡтарын айырып алабыҙ. Алынған бәшмәктәрҙе турап, һуған, кишер, самалап тоҙ, борос һәм тәмләткестәр ҡушып, зәйтүн майында әҙер булғансы ҡыҙҙырабыҙ. Мейес табаһын һәм бәшмәктәрҙең эшләпәләрен майлап, эсенә ҡыҙҙырылған массаны тултырабыҙ ҙа табаға теҙәбеҙ. Өҫтөнә ҡырылған сыр һибеп, мейескә 30 минутҡа ултыртабыҙ. Әҙер булған ризыҡты помидор, укроп менән биҙәйбеҙ ҙә, өҫтәл табынына ҡуябыҙ!
Ашығыҙ тәмле, күңелдәрегеҙ көр булһын!
https://vk.com/im?sel=150653071&w=wall578231788_10