Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
4 Апрель , 18:00

Еләкле торт

Әҙерләүе ҡатмарлы ғына булһа ла, бик тәмле ризыҡ...  

Еләкле торт
Еләкле торт

Торт нигеҙенә магазинда һатылған әҙер корж алығыҙ.

Желе әҙерләү өсөн 600 г баҡса еләген иҙеп, иләк аша үткәрергә лә, 2 ҡалаҡ шәкәр һәм йылымыс һыуҙа бүрттерелгән (ҡабында уны нисек әҙерләргә икәнлеге өйрәтелә) 2 балғалаҡ желатин һалып, яҡшылап бутарға.

Әҙер коржды торт һауытына һалғас, тәүҙә еләкле массаны йәйеп һалып, бер аҙ ҡатҡанын көтөргә. Ул арала торттың өҫкө ҡатламын эшләргә була.

Өҫкө ҡатлам өсөн 450 мл йогуртҡа 250 мл ҡуйыртылған һөт, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1 лимондың һуты һәм ҡырғыс аша үткәрелгән тышы һалып, яҡшылап бутарға. Уға бүрттерелгән 1 аш ҡалағы желатин өҫтәргә. Был массаны корждағы желе өҫтөнә һалып, ситтәрен тигеҙләп сығырға ла, берәй сәғәт тирәһе һалҡын урында тотоп торорға кәрәк.

Табынға бирер алдынан тортты еләк һәм күмертелгән һөт өҫтө менән биҙәргә.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: