Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Аш-һыу
5 Апреля 2024, 13:00

Татлы десерт

Был тәмлекәсте әҙерләү өсөн 300 г йомшаҡ сыр, 300 мл һөт өҫтө (35 процентлы), 150-әр грамм аҡ һәм ҡара шоколад, 300 г печенье, 120 г аҡ май һәм 1 ҡалаҡ шәкәр оно (пудра) кәрәк буласаҡ.   

Добавить в предпочтительные источники Google
Татлы десертТатлы десерт
Татлы десерт

Печеньены иттартҡыс аша үткәрергә лә, иретелгән май менән бутарға. Был массаны торт бешерә торған ҡуласалы табаға йәйеп һалып, ҡалаҡ менән тығыҙлап, 30 - 50 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйырға.

Аҡ һәм ҡара шоколадтарҙы быу мунсаһында айырым-айырым иретергә. Йомшаҡ сырҙы шәкәр оно менән бутап, икегә бүлергә. Бер өлөшкә - аҡ, икенсе өлөшкә ҡара шоколад ҡушып бутарға. Һөт өҫтөн күпергәнсе туҡып, икегә бүлеп, ошо массаларға ҡушырға. 

Десерт стакандарына печеньенан эшләнгән коржды һындырып, шокаладлы массалар менән аралаштырып һалырға. Ҡатлы-ҡатлы итеп эшләргә лә була. Өҫтөн ҡырғыс аша үткәрелгән шоколад менән биҙәгеҙ.

Табынға бирер алдынан был десертты 4-5 сәғәт һыуытҡыста тотоп алығыҙ.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас