Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
6 Апрель , 18:00

Эклер - сәй табынына татлы ризыҡ

Өйҙә әҙерләүе артыҡ мәшәҡәтле түгел:  

Эклер - сәй табынына татлы ризыҡ
Эклер - сәй табынына татлы ризыҡ

200 мл һыуҙы талғын ғына утҡа ҡуйып, йылытырға. Уға 75 г аҡ май, самалап тоҙ, 1 балғалаҡ шәкәр һалып, бутай-бутай ҡайнатып сығарырға. Бутауҙан туҡтатмайынса 100-120 г тирәһе он өҫтәргә. Ҡамыр кәстрүлгә йәбешмәй башлағансы болғатып тотор кәрәк. Уны уттан алғас, икенсе һауытҡа һалып, өҫтөн ҡаплап, 30-35 градусҡа тиклем һыуытырға. 3 йомортҡаны миксер менән күпертергә лә, туҡыуҙы туҡтатмайынса аҙ-аҙлап ҡамырҙы өҫтәргә. Ул артыҡ ҡаты ла, шыйыҡ та булмаясаҡ. Махсус кондитер шприцына ҡамырҙы тултырырға ла, пергамент йәйелгән, майланған табаға оҙонса таяҡсалар рәүешендә (12-15 см) һығып сығарырға. Эклерҙы 190 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 5 минут тотҡас, мейестең ишеген ҡыҫып ҡуйырға һәм тағы ла 30 минут бешерергә. Ул ҡыҙарынҡырап, ҡабарып бешәсәк.
Крем әҙерләү өсөн 6 йомортҡа һарыһына 50 мл һөт, 40 г крахмал һалып бутарға. Ә 450 мл һөткә 125 г шәкәр, ванилин һалып, ҡайнатып сығарырға. Ҡайнаған һөттөң өстән бер өлөшөн йомортҡа һарыһына ҡушып бутарға ла, уны ҡайнап ултырға һөткә өҫтәп ебәрергә. Был массаны үтә лә талғын утта 1 сәғәт ҡайнатҡас, крем әҙер була. Уны һыуытып алырға кәрәк.
Бешеп һыуынған эклерҙы үткер бысаҡ менән буйҙан буйға уртаға ярырға ла, эсенә крем тултырырға. Табынға биргәндә өҫтөнә шәкәр оно һибеп йәки иретелгән шоколад яғып бирәләр.

 

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: