Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
7 Апрель , 18:00

Ураманы балға манып ашағанығыҙ бармы?

Бик тәмле була ул!..  

Ураманы балға манып ашағанығыҙ бармы?
Ураманы балға манып ашағанығыҙ бармы?

Баллы ҡош теле


5 йомортҡаны миксер менән күпертергә лә, 3 стакан тирәһе он һалып, ҡамыр баҫырға. Уны 1-2 мм ҡалынлыҡта йәйеп, 8- 10 см яҫылыҡтағы таҫмалар телергә. Һәр таҫманы сәнскегә урап, ҡайнап торған үҫемлек майында ҡыҙарғансы бешерергә.
1,5 стакан һыуҙы йылытҡас, уға 1,5 стакан бал һалып, талғын утта 1-2 минут ҡайнатырға. Һәр ураманы ошо сиропҡа манып алғас, тәрилкәләргә теҙеп һалып, табынға бирергә.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: