Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
8 Апрель , 18:00

Лимон һәм киви менән рулет бешерәйек

3 йомортҡа ағына 60 г шәкәр ҡушып, миксер менән күпертәһең дә...

Лимон һәм киви менән рулет бешерәйек
Лимон һәм киви менән рулет бешерәйек

3 йомортҡа ағына 60 г шәкәр ҡушып, миксер менән күпертергә. Ә икенсе һауытта 3 йомортҡа һарыһына 60 г шәкәр, 1 ҡап ванилин, 3 ҡалаҡ минерал һыу, 1 балғалаҡ ҡамыр күперткес (разрыхлитель), 100 г он, 2 ҡалаҡ какао ҡушып, бутарға. Аҙаҡ был массаға йомортҡа ағын ҡушырға ла, 200 градус ҡайнарлыҡтағы мейестә 8 минут бешерергә. Бешергән табаға фольга йәйеп, майларға онотмағыҙ.
2 ҡалаҡ кәһүәне 1 ҡалаҡ какао, блендер менән иҙелгән 1 лимон, 60 г фундук сәтләүеге, 1 ҡалаҡ һыу ҡушып бутарға. 500 мл ҡуйыртылған һөт менән бүрттерелгән һәм ебетелгән (ҡаптағы инструкция буйынса) 6 г желатинды лимонлы массаға һалып, крем әҙерләргә.
Бешкән коржға йылы килеш 2 ҡалаҡ әфлисун ликеры бөркөргә лә, өҫтөнә крем һыларға. Унан һаҡ ҡына рулет төрөп, фольгаға урап, бер сәғәт тирәһе һыуытҡыста тоторға кәрәк. Табынға биргәндә рулаттың өҫтөн ваҡланған сәтләүек (40 г), ҡуйыртылған һөт (100 мг) һәм киви (5 -6) киҫәктәре менән биҙәп бирергә.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: