Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
9 Апрель , 18:00

Мүк еләгенән бәлеш

Эслек өсөн 1 әфлисун, 250 г мүк еләге (клюква), 120 г шәкәр, 65 мл һыу кәрәк буласаҡ.  

Мүк еләгенән бәлеш
Мүк еләгенән бәлеш

Әфлисундың һутын һыҡҡас, ҡабығын ҡырғыс аша үткәрерггеҙ. Ә аҡ сүстәрен ташлағыҙ.
Кәстрүлгә һыу ҡойоғоҙ ҙа утҡа ултыртығыҙ. Уға еләкте, әфлисун һуты, шәкәр һалып, талғын утта 10 минут ҡайнатығыҙ. Ул һыуынғансы ҡамыр әҙерләргә мөмкин.
240 г онға самалап тоҙ, 1,5 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) ҡушып бутарға ла, иләк аша үткәрергә.
150 грам бүлмә температураһындағы аҡ майға 120 г шәкәр ҡушып, блендер менән күпертергә. Болғатыуҙан туҡтамай ғына уға 2 йомортҡа ҡушырға, артабан 120 мл һөт, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, әфлисун ҡабығы, иң аҙаҡтан он ҡатышмаһы ҡушырға.
22 см диаметрлы табаны майлап, он һибергә лә, ҡамырҙы шунда бушатырға. Өҫтөн тигеҙләп сыҡҡас, 175 градуслы мейестә 10 минут тирәһе бешереп алырға. Был ваҡытта инде ҡамыр бер аҙ ҡата башлай, уны ҡалаҡ менән уртаһынан ситтәренә һылай-һылай ҡабырғаларын бейегәйтергә кәрәк. Эсе бер аҙ өңөлгәс, эслекте һалырға ла, тағы ла 30 -35 минут тирәһе бешерергә. Бәлеште табала көйөнсә генә һыуытырға кәрәк, юғиһә формаһын боҙоуы бар.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: